+24 °С
Ямғыр


Сәскәләре күренгәнсе 5 литрға 1 мл «Эпин», 10 г мочевина һалып эретмә яһап һибегеҙ.
Сәскәгә тумалғанда 5 литр һыуға 8 г көкөртлө калий (сернокислый калий) , 5 г магний сульфаты һалып ашлағыҙ.
Гортензия сөсө тупраҡты яратмай. Шуға күрә сәскә төбөнә лимон кислотаһы эретмәһен , эремсек һыуын һалығыҙ.
Гортензияны ҡырҡып тороғоҙ, һабағы күп булһа, сәскәһе ваҡлана. Эре япраҡлы сортын ҡырҡмайҙар, сөнки былтырғы үҫентеләре сәскә ата. Иҫегеҙҙән сығармағыҙ: был ҡыуаҡҡа тупраҡты нейтралләштермәһен өсөн көл һибергә ярамай.