Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
3 Июль 2025, 05:07

Ҡармасан буйҙарына килегеҙ!

Был саралар урында йәшәүселәргә уңайлы шарттарҙы булдырыуға йүнәлтелгән

Ҡармасан буйҙарына килегеҙ!Ҡармасан буйҙарына килегеҙ!
Ҡармасан буйҙарына килегеҙ!

Благовар районындағы Ҡармасан йылғаһы буйҙарын, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы, төҙөкләндерҙеләр.

Благовар районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, яңыртылған биләмәлә һуҡмаҡтар, бәүелсәктәр һәм эскәмйәләр булған урындар барлыҡҡа килгән, видеокүҙәтеү ҡуйылған. Параллель рәүештә райондың Языков ауылындағы Бондаренко һәм Яңы ауыл урамдарында йәйәүлеләр өсөн уңайлы урындар булдырылған.

Рәсәй Президенты ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға ярашлы барлыҡҡа килгән “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты быйылдан ғәмәлдә һәм юл селтәрҙәрен, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүҙе күҙаллай. Был саралар урында йәшәүселәргә уңайлы шарттарҙы булдырыуға йүнәлтелгән.

Сығанаҡ, фото: Благовар районы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас