Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
30 Июнь 2025, 07:17

Ниңә татлы ризыҡ ашағы килә?

Сәбәптәре төрлө.

Ниңә татлы ризыҡ ашағы килә?Ниңә татлы ризыҡ ашағы килә?
Ниңә татлы ризыҡ ашағы килә?
  • Баш мейеһенең энергияға  ихтыяжы. Ҡандағы шәкәр кимәле түбәнәйгәндә (мәҫәлән, ашауҙан оҙайлы тәнәфестән һуң), мейе тиҙ «зарядлау» талап итеп сигнал ебәрә. Ябай углеводтарға бай татлы аҙыҡ-түлек глюкоза кимәлен шунда уҡ арттыра, ваҡытлыса еңеллек һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо килтерә.
  • Туҡлыҡлы матдәләр етешмәүҠайһы берҙә татлыға ынтылыш углевод алмашыныуында һәм ҡандағы шәкәр кимәлен көйләүҙә ҡатнашҡан хром, магний, цинк йәки В төркөмө витаминдары етешмәүен белдерергә  мөмкин. Магний етмәһә лә, организм шәкәр талап итә.
  • Файҙалы ризыҡтар менән туҡланмау. Аҡһым, файҙалы майҙар, углеводтар етешмәүе, ашауҙар араһындағы оҙайлы тәнәфестәр былар барыһы ла энергия етешмәүгә килтерә һәм организм  углеводтар — татлы ризыҡ менән тиҙерәк тулыландырыуҙы һорай.
  • Психологик факторҙар .
  • Мәҫәлән, эштән һуң печенье, шоколад менән сәй эсергә ғәҙәтләнеү.
  • Эмоциональ ашау. Стресс, күңелһеҙлек, ҡайғы, арығанлыҡ булғандан һуң   йыш ҡына кеше кәйефен күтәреү өсөн шоколад, кәнфит, татлы ҡамыр ризыҡтары ашай.

 

Фото: gubdaily.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас