

Июнь башындағы оҙайлы эҫе һауа торошонан һуң республикаға һыуыҡтар һәм ямғырҙар килде. Һәм китергә уйламай ҙа кеүек... Эҫе кире ҡайтырмы?
Гисметео синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, был әле генә булмаясаҡ. Термометрҙа +30 градус һәм унан юғарыраҡ аномаль билдәләр күрмәйәсәкбеҙ. Синоптиктариң күбе көндөҙ +25 градус булыуын фаразлай. Әммә бындай температура июль уртаһына яҡын ғына мөмкин.
Йәйҙең икенсе айының беренсе декадаһы һалҡын булыуы көтөлә. Көндөҙ +22 градустан артыҡ булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта ямғырҙар туҡтауһыҙ тиерлек яуасаҡ.
11 июлдән республикала йылыта башлай. 13 июлдә көндөҙ термометр +25 градус күрһәтәсәк. Әммә, Гисметео фаразы буйынса, был июлдә иң юғары температура.
Ай башлыса болотло һәм ямғырлы булырға вәғәҙә итә.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.