Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
30 Июнь 2025, 07:09

Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын һаҡлай ул

Йәшлекте, матурлыҡты оҙаҡ һаҡлай, шулай уҡ мөхәббәт хистәрен уятып ебәрә икән. 

Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын һаҡлай улҠатын-ҡыҙҙың матурлығын һаҡлай ул
Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын һаҡлай ул

Йәшлекте, матурлыҡты оҙаҡ һаҡлай, шулай уҡ мөхәббәт хистәрен уятып ебәрә икән. Климакс һәм менопауза осоронда дөйөм хәлде яҡшырта, күрем ваҡытында ауыртыныуҙы еңеләйтә. Боронғо заманда үләнде даими ҡулланып, ҡатын-ҡыҙ ауырға уҙыуҙан да һаҡланған. Әммә ҡайһы бер кешеләргә уны ҡулланырға ярамай.

Беҙ туҡранбашты (клевер) ҡан тамырҙары торошо, ҡан баҫымын яйлау өсөн ҡулланабыҙ. Ә бына уның ҡатын-ҡыҙҙың йәшлеген һаҡлаусы, уны матурайтыусы булғанын беләһегеҙме?

Сөнки уның составында фотоэстрогендар бар икән. Ә эстроген – ҡатын-ҡыҙҙы йәш, матур килеш һаҡлай торған гормон ул. Өҫтәүенә туҡранбаш - афродизиак. Ул дәртте арттыра, мөхәббәт хистәрен уятып ебәрә. Климакс һәм менопауза осоронда дөйөм хәлде яҡшырта. Боронғо заманда туҡранбаш үләнен даими ҡулланып, ҡатын-ҡыҙ ауырға уҙыуҙан һаҡланған.

Туҡранбаш ир-ат өсө дә бик файҙалы. Ул простатит ауырыуын иҫкәртә, потенцияны көсәйтә. 

Үләнде сәскә ата ата башлаған мәлдә йыялар. Дарыу үләне булараҡ сәскәләре, япраҡтары һәм һабаҡтары, хатта тамыры ла ҡулланыла. Япрағын сәй итеп кенә эсергә түгел, салаттарға. йәшелсә аштарына ла ҡушырға була.

Йәйгеһен шифалы сәй өсөн: өс литр һыуға 30 туҡранбаш сәскәһен, тәменсә шәкәр, бер аҙ лимон һуты һалып, ҡайнатып сығарарға ла һөҙөргә. Был сәйҙе бала имеҙгәндә лә эсергә ярай - һөттө арттыра.

ИҒТИБАР! Файҙалы үлән булһа ла, туҡранбашты (клеверҙы) бөйөрҙәрҙә таш булғанда, йөрәк ауыртҡанда, инсульттан һуң, тамырҙар киңәйгәндә, уларҙа тромбтар булғанда эсергә кәңәш ителмәй. Фотоэстрогендарға бай булғанға, уны ауырлы ханымдарға, шулай уҡ яман шеш булғанда ла туҡранбашты күп һәм оҙаҡ эсергә ярамай. Тәүҙә табип менән кәңәшләшегеҙ!

Кәримә Усманова фотоһы.

Сығанаҡ: https://syuyumbike.ru/news/zdorovie/xatyn-kyznyn-maturlygyn-saklyi-torgan-ulan 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас