

"Бындай артист башҡа булмаясаҡ" - тамашасылары Фидан Ғафаровты иҫкә ала
Ярты быуаттан ашыу ғүмерен ул сәхнәгә бағышлай, һәм нимәгә генә тотонмаһын, барыһын да тулы фиҙакәрлек, ихласлыҡ һәм янып торған күҙҙәре менән башҡара. Фидан Ғафаровҡа ҡарата шундай оло мөхәббәттең сере нимәлә? Уның үҙенең тормошо ла драма сюжеты була алыр ине, сөнки унда барыһы ла булды — шаҡ ҡатырғыс уңыш тарихы ла, юғалтыуҙар ҙа, мөхәббәт тә. Ул бер ҡасан да тамашасы менән уйнаманы, ихлас булып ҡалды.
- Әлегә бөтә йырҙар ҙа йырланмаған һәм ролдәр ҙә уйналмаған. Фидан Ғафаров йырҙарында үҫтек. Уның тауышын бер кемдеке менән дә сағыштырып булмай! - тип яҙа Әлфирә Семенова.
- Уның йырҙары нисә йыл мине машинамда оҙатып йөрөнө. Уларҙы тыңлай-тыңлай мин тормошомдағы айырыуса мөһим мәлдәрҙе хәтерләй, пландар төҙөй инем. Хушығыҙ, бөйөк йырсы, хушығыҙ, дәүер, - тип Фуат Ишбирҙин ҡушыла.
- Әсәйем көн һайын пластинкаларын әйләндерә-әйләндерә тыңлай ине. Уның йырҙарын бала саҡтан беләм. Бөтәһен дә яратам, ә ҡайһы берҙәрен илай-илай тыңлайым. Һәр береһе минең хәсрәтһеҙ бала сағымды хәтерләтә. Ул мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ. Уны хәтерләйәсәкбеҙ һәм яратасаҡбыҙ, — ти Айһылыу Ғәлиева.
Бала саҡтан таланты һиҙелә
Буласаҡ бөйөк артист 1947 йылдың октябрендә Башҡортостандың бәләкәй генә ауылында һуғыштан һуңғы йылдарҙа тыуған, шуға күрә уның бала сағы еңелдән булмай.
Фидан Ғафаров Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылынан. Ауыл бәләкәй булған. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, унда йөҙҙән саҡ ҡына күберәк халыҡ иҫәпләнгән.
- Мин Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында тыуғанмын. Дүртөйлө һәм Илеш райондарында элек-электән башҡорттар йәшәй. Ә башҡорт икәнһең, милләтең менән ғорурлан! - ти Фидан Ғафаров үҙе.
Артистың ата-әсәһе сәнғәттән алыҫ булған, бәлки, ул саҡтағы тормош уларға үҙҙәрен ижади яҡтан күрһәтергә мөмкинлек бирмәгәндер. Әммә улар улына иң мөһиме — үҙ көсөнә ышаныс һәм аяғында ныҡлы баҫып тороу тойғоһо бирә. Атаһы колхозда етәксе вазифаһында эшләй, бригадир, рәйес урынбаҫары була, ә әсәһе урындағы магазинда һатыу итә.
Бала саҡтан уҡ малайҙың киләсәге ҙур булыуы асыҡлана. Ул гармунда уйнарға иртә өйрәнеп кенә ҡалмай, ә быны шул тиклем оҫта башҡара, хатта урындағы йәштәр киске бейеү ойоштороу өсөн уны әсәһенән һорарға килә торған булған.
Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә Фидан Ғафаров беренсе тапҡырҙан уҡырға инә. Атаһы эҙенән киткән улы Азамат Ғафаровтың әйтеүенсә, атаһы ҡалаға үҙе менән гармунын алып, велосипедта киткән. Ул юҡҡа ғына шул килеш йөҙҙән ашыу километр юл үтмәгән - педагогтар төпкөлдән килгән егеттең талантын лайыҡлы баһалай.
Ғафаров танылған башҡорт актеры һәм драматургы Илшат Йомағоловта уҡый, ә уҡыуын тамамлағандан һуң шунда уҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры артисы булып китә. Алда уны бөйөк киләсәк көтә. Ул саҡта йәш артист тап ошо сәхнәлә шундай халыҡ һөйөүендә ҡойонасағы, тамашасыларҙың «Ғафаровҡа» тип спектаклдәргә йөрөүе, райондарҙан автобустарҙа уның уйнағанын ҡарарға килеүҙәре тураһында уйлай алдымы икән?..
Фидан Ғафаров тамашасыһын ихлас хөрмәт итә, ә тамашасыһы яуап итеп уны хөрмәт итә. Коллегалары әйтеүенсә, мэтр тамашасыларҙы бер ҡасан да айырып ҡарамай, ниндәй сәхнәлә лә бер үк фиҙакәрлек менән сығыш яһай.
Шәхси тормошо һәм ғаиләһе
Ул сәхнәлә генә түгел, томошта ла намыҫлы һәм ихлас була. Уның асыҡлығын һәм интервью ваҡытында һөйләшеүгә әҙер булыуын тамашасылары ла, журналистар ҙа үҙ итә. Мәҫәлән, никахтан тыш тыуған ҡыҙы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләп, ул башҡа темалар тураһында һорашмауҙарын үтенә алған. Һәм уның бындай үтенестәренә хөрмәт менән ҡарағандар ҙа.
Фидан Ғафаров 1967 йылда Башҡорт драма театрына эшкә килгәс өйләнә. Азамат улының хәтирәләре буйынса, ата-әсәһе ятаҡта таныша. Артист театр бүлегендә уҡый, ә Фәриҙә — уның буласаҡ ҡатыны, — фортепиано буйынса. Егет бүлмә ишеген шаҡып, таба һорай, шунда ҡыҙ уның йөрәген яулап ала ла инде.
Ире менән ҡатыны тормошта ғына түгел, эштә лә бергә була. Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы сирек быуат Башҡорт драма театрының грим цехында эшләй. Никахта ике улдары - Айбулат һәм Азамат тыуа. Икеһе лә атаһының талантын һәм сәнғәткә һөйөүен үҙләштерә. Айбулат йырҙар яҙа һәм гитарала уйнай, Азамат актерлыҡ факультетын тамамлай, атаһы кеүек үк, театрҙа эшләй.
Әммә 2009 йылда ғаиләгә бәлә килә: тәүге улдары, өлкәндәре Айбулат вафат була. Һәм был - Фидан Сафа улы һөйләргә теләмәгән тема.
- Тормоштоң кәрәге юҡ, ул мәғәнәһеҙ булып тойолдо. Әммә, күрәһең, Аллаһ мине йәлләне һәм улым үлгән йылда тыуған ҡыҙымды ебәрҙе, — тип таныны үҙенең интервьюларының береһендә Ғафаров.
Ғафаровтың ҡыҙы атаһының исемен һәм фамилияһын йөрөтә. Артист уны рәсми рәүештә таныған. Никахтан тыш тыуған бала артистың ғаиләһендә етди аңлашмаусанлыҡ тыуҙырмай, бер интервьюһында ул ғаиләһенең ҡыҙы тураһындағы хәбәрҙе аңлап ҡабул итеүен һөйләй: "Минең аҡыллы ҡатыным һәм аҡыллы улым бар".
Үҙ-ара аңлашыу һәм һиҙгерлек булмаһа, гений менән йәшәү мөмкин дә булмаҫ ине. Ғафаров сәхнәлә шул тиклем ышандырырлыҡ уйнай, хатта ваҡыты-ваҡыты менән уның партнерҙары менән яҡын мөнәсәбәттәрен шик аҫтына алалар. Әммә Ғафаровтарҙы Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙының үлеме генә айыра, ул 2022 йылда вафат була. Ошоға тиклем ул инвалид коляскаһында ултырған була.
Легендар артисты ерләгән көндә уның менән хушлашырға килгән меңәрләгән тамашасыһы, сикһеҙ һоҡланыу һәм рәхмәт йөҙөнән, уны алҡыштар менән оҙатты.
- Тормошобоҙҙо аҡыллы, интеллектуаль һәм белемле кешеләр, үҙ эшенең профессионалдары биҙәй. Ярты быуаттан ашыу Башҡортостандың, Рәсәйҙең күп милләтле халҡына хеҙмәт итеүемә шатмын һәм ғүмеремдең аҙағына тиклем хеҙмәт итәсәкмен, — тигән ине Фидан Ғафаров үҙе.
Ысынлап та, бөйөк артист һуңғы көндәренә тиклем ул үҙ халҡына хеҙмәт итте.
Сығанаҡ: https://vk.com/fidan_samira.gafarovy