

Йырсы Зәйнетдин икенсе балаһының енесен асыҡлаған. Ул гендер пати видеояҙмаһын һалған. Видеонан күренеүенсә, ул, ҡатыны Регина һәм уларҙың туғандары тиҙҙән кем тыуасағын (ҡыҙмы, малаймы) белгән.
Байрам Салауат Юлаев майҙаны янында башҡорт стилендә үткән. Икенсегә буласаҡ атай-әсәй сараға милли кейемдә килгән.
Артисҡа йәйә һәм уҡтар биргәндәр, улар менән Зәйнетдин сер йәшерелгән шарҙарҙы тишергә тейеш була.
Әммә бынан тыш, төтөн бомбалары ҡулланылған, был да йондоҙ ата-әсәләрҙең кемде көткәнен асыҡ күрһәткән.
Баҡтиһәң, ҡыҙ тәрбиәләгән ғаиләнең тиҙҙән улдары тыуасаҡ икән.
Йырсы Зәйнетдин ҡатыны менән малай көтә. Яңылыҡ уларҙа ғына түгел, ғаилә байрамының башҡа ҡунаҡтарында ла тулы ҡыуаныс –шатлыҡ өҫтәгән.
Сабый кем булһа ла, иң мөһиме- һау- сәләмәт булһын!
Фото: видеонан скриншот