Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
10 Июнь 2025, 02:29

Быйыл туйҙа нисә һум аҡса бүләк итергә?

Туйҙар миҙгеле башланды. Туй ауылда үтәме, ҡалаламы, йәштәр һеҙгә ни тиклем яҡын... Быларҙың барыһы ла иҫәпкә алына. Һөҙөмтәлә бер кешенән кәмендә...

Быйыл туйҙа нисә һум аҡса бүләк итергә?Быйыл туйҙа нисә һум аҡса бүләк итергә?
Быйыл туйҙа нисә һум аҡса бүләк итергә?

2025 йылда туйға саҡырылған ҡунаҡтарҙы мотлаҡ рәүештә яңы өйләнешкән парға күпме аҡса бүләк итергә кәрәк тигән һорау көтә. Бүләк күләмен билдәләү еңелдән түгел – бында бер нисә күрһәткес роль уйнай:

Байрам ойоштороу урыны. Мегаполистарҙа, ғәҙәттә, ҙур булмаған провинция ҡалаларына ҡарағанда күберәк бүләк итәләр. Әгәр байрам ҡиммәтле ресторанда үтһә, яңы өйләнешкән йәштәрҙең яҡынса сығымдарын иҫәпкә алырға кәрәк. Ауылда, өйҙә үткән туй арзаныраҡ була...

Мөнәсәбәттәрҙең яҡынлыҡ дәрәжәһе. Туғандары һәм яҡындары, ғәҙәттә, хеҙмәттәштәренә һәм алыҫ таныштарына ҡарағанда күберәк сумма бирә.

Ҡунаҡтың финанс мөмкинлектәре. Үҙ бюджетығыҙҙан ситкә сыҡмау мөһим – туйға барам, һәйбәт бүләк һалам тип аҡсаһыҙ ултырып ҡалыу дөрөҫ түгел.

Шулай итеп, кем күпме һалырға тейеш?

Коллегалар, күршеләр, яҡшы таныштар. Был категориянан килгән ҡунаҡтарға бер кеше өсөн яҡынса байрам ашы хаҡын алырға мөмкин. Уға тағы ла шунса өҫтәгеҙ – ул саҡта өйләнешеүселәр заказ биргән киске ашты ҡаплай һәм күңелгә ятышлы бонус та аласаҡ.

Дуҫтар. Ғәҙәттә 20 йәштән 30 йәшкә тиклемге кешеләр өйләнешә, тимәк, яңы өйләнешкән парҙарҙың дуҫтары – яңыраҡ юғары уҡыу йортон тамамлаған, карьера төҙөй башлаған йәки яңыраҡ үҙҙәре туй үткәргән кешеләр. Уларҙың килеме, ғәҙәттә, әллә ни ҙур түгел. Бынан сығып, 2025 йылда һәр кешенән иң ҙур әһәмиәттәге бер купюра, мәҫәлән, 100 доллар йәки 5000 һум бүләк итергә тейештәр. Ғәҙәттә, парҙан уртаса 10000 һум бүләк ителә – банкетта киске ашты артығы менән аҡлаған аҡса.

Шул уҡ ваҡытта “ташламалар” ҙа бар. Мәҫәлән, әхирәте туйға 3000-4000 һумдан да әҙерәк аҡса бүләк итә ала. Шаһиттар иһә икеһе бер конвертка аҡса һалып, бүләк итә ала.

Яҡын туғандар. Яңы өйләнешкән пар менән тығыҙ бәйләнештә булған яҡын туғандар бүләккә һаранланмаҫҡа мөмкин. Максимум, әлбиттә, янсыҡтың мөмкинлектәренән тора – баштан юғары һикерергә ярамай.Туғандарға туйға кәмендә бер нисә ҙур купюра мәҫәлән, ғаиләнән 10000-15000 һум бүләк итергә кәрәк.

Туғандарының “йәш быуыны” (яңы өйләнешкән парҙарҙың бер туған ағай - энеләре) ата-әсәһе йә ике туған ағай-энеләре менән бергә ҡушылып һалырға мөмкин. Айырым бүләк эшләргә теләк булһа, 3 – 5 мең һум етәсәк.

Ә һеҙ туйҙа күпме һалаһығыҙ?

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас