Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Июнь 2025, 05:10

Һөйөнөр өсөн мең сәбәп!..

- Иртә менән тороп аяҡҡа баҫтың, унан һуң йөрөп киттеңме?

Һөйөнөр өсөн мең сәбәп!..Һөйөнөр өсөн мең сәбәп!..
Һөйөнөр өсөн мең сәбәп!..

Һөйөн - донъяла күпме кеше:
"Эх, бер генә тороп баҫырға ине лә, йөрөп китергә ине!" - тип хыялланып ята.

️Тәҙрәләрҙән донъяның матурлығын: сәскәгә күмелгән хозурлыҡты, күктең зәңгәрлеген, нурлы ҡояшты күрҙеңме?

- Тағын Һөйөн: донъяла көн яҡтылығын күрә алмаусы һуҡырҙар күпме?!

Ҡәҙерле кешеңдең наҙлы тауышын, яратҡан көйөңдө, ел һыҙғырыуын, табала ҡоймаҡ шыжлауын ишетеп кинәндеңме?

- Һөйөнөр өсөн тагы бер сәбәп: был донъяла күпме кеше ишетмәй.

️ Һөйләшә алаһыңмы? - Һөйөн - бынан мәхрүм булғандар ҙа күп!

 Яҡты, матур өйөгөҙ бармы? - Һеҙ бик бай! Донъяла йорт-ерһеҙ зарығып йөрөүселәр күпме?!

Табын янына ултырып икмәк, тәмле, татлы ризыҡтар менән һыйландыңмы?..

- Аллаһҡа шөкөр итәйек: Ер йөҙөндә ас халыҡтар бик күп!.
Беҙгә яп-ябай тойолған һыуға ла шөкөр итә белеү кәрәк. Һыуға туймаусы илдәр, халыҡтар күпме?!

Яҙылғандарҙы уҡып сыҡтығыҙмы?

- Тағы бер Һөйөн: донъяла уҡый-яҙа белмәүселәр ҙә бик күп!

Бәхет ул - Аллаһы Сүбехәнә үә Тәғәлә биргән дөнъя ниғмәттәреннән тәм таба белеүҙә, бар булғанға Аллаһҡа шөкөрана ҡылып йәшәүҙә.

Һөйөнөп, шөкөр итеп йәшәйексе, дуҫтар, туғандар, ауылдаштар!

Сығанаҡ: Тамаша журналы

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас