

Башҡортостанда “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект "Экологическое благополучие") сиктәрендә 5 июндән 12-нә тиклем “Йәшел эштәр марафоны” Бөтә Рәсәй экологик акцияһы үтәсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Марафонды Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторолған “Экосистема” бөтә Рәсәй экологик йәмәғәт хәрәкәте үткәрә.
Республикала марафон 5 июндә Өфөләге Йылы күлдә үткән “Рәсәй һыуы” экологик акцияһынан башланды. Бөтә Рәсәй акцияһы күл һәм йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыуҙы күҙ уңында тота, һәм беҙҙең төбәк унда беренсе йыл ғына әүҙем ҡатнашмай. 2024 йылда ҡатнашыусылар һаны һәм таҙартылған яр буйы оҙонлоғо буйынса Башҡортостан төбәктәр араһында өсөнсө урынды алды. Республика ҡалалары һәм райондары араһында Өфө лидер булды.
Йылы күл буйынан тыш, эштәр Ҡариҙел йылғаһы буйында үтәсәк. Акция программаһында шулай уҡ “Өфө муйынсағы” буйлап йөрөү, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар, флешмоб, уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, викториналар һәм тәмле бүләктәр ҡаралған.
Акцияла теләгән һәр кем, шулай уҡ ведомстволар, предприятиелар һәм уҡыу йорттары командалары ҡатнаша ала.
Марафон шулай уҡ экоГТО эстафетаһын үткәреүҙе күҙ уңында тота – ҡатнашыусылар экология һәм экологик йәшәү рәүеше өлкәһендәге белемдәр буйынса нормативтар тапшырасаҡ. Программала шулай уҡ экологик транспортта – велосипедтарҙа, самокаттарҙа, роликтарҙа экоуҙыштар, экоюлдар үтеү, икенсел сеймал йыйыу һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ағастарҙы ултыртыу һәм ҡарау, хайуандар өсөн приюттарға ярҙам күрһәтеү һәм башҡа файҙалы эштәр.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.