

Башҡортостандың Саҡмағош районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Шаран — Яңы Балтас — Андреевка юлын ремонтлау башланды, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
Байбулат ауылы эргәһендәге 3,4 километр оҙонлоҡтағы участкала подряд ойошмаһы ресайклинг технологияһы буйынса юл нигеҙен нығыта һәм асфальт-бетондан нигеҙҙең өҫкө ҡатламын төҙөй башлай. Бынан һуң бында асфальттың өҫкө ҡатламын һалалар, юл ситтәрен нығыталар һәм билдәләр ҡуялар.
— Шаран — Яңы Балтас – Андреевка юлы Илеш, Саҡмағош һәм Шаран райондарының күп ауылдарында йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Был юлдан тәүлегенә 1200 самаһы автомобиль үтә. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү мөһим, – тине Башҡортостан республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
2025 йылда был юлдың дөйөм оҙонлоғо 12,4 километр булған биш участкаһында эштәр башҡарыу планлаштырыла. Эштәр Шаран, Саҡмағош һәм Илеш райондарында алып барыласаҡ. Май башында юлсылар был юлдың Шаран районында дөйөм оҙонлоғо 5,3 километр булған ике участкаһында фрезерлау һәм тигеҙләү ҡатламын ҡороу эштәрен башҡарҙы.
Бөтә эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем башҡарыу планлаштырыла.
Фото: Транспорт министрлығы.