Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Июнь 2025, 04:33

Хирургтарҙың “уң ҡулы” буласаҡ

Ҡорамал ваҡ ҡан тамырҙарынан  ҡан ағыуын кәметә һәм коагуляция юлы менән ҡан ағымын туҡтатырға, шулай уҡ ҡайһы бер туҡыма төрҙәрен, шул иҫәптән мускулдарҙы “тегергә” мөмкинлек бирә.

Хирургтарҙың “уң ҡулы” буласаҡХирургтарҙың “уң ҡулы” буласаҡ
Хирургтарҙың “уң ҡулы” буласаҡ

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына заманса ҡорамал алынды. Электрокоагулятор ярҙамында юғары йышлыҡлы электр тогы менән биологик туҡымаға тәьҫир итеп, хирургтар киҫемдәр яһағанда бер юлы туҡыма ситтәрен көйҙөрөп дауалай ала. Был ваҡ ҡан тамырҙарынан  ҡан ағыуын кәметә һәм коагуляция юлы менән ҡан ағымын туҡтатырға, шулай уҡ ҡайһы бер туҡыма төрҙәрен, шул иҫәптән мускулдарҙы “тегергә” мөмкинлек бирә.  Ҡорамал төрлө режимда һәм төрлө ағзаларға операция үткәрергә ярҙам итә.

 Яңы ҡорамал хирургик әмәлиәттәрҙең сифатын яҡшыртасаҡ һәм хәүефһеҙлеген арттырасаҡ, өҙлөгөүҙәр хәүефен кәметәсәк, пациенттарҙың һауығыуын тиҙләтәсәк.

Медицина персоналы әҙерлек үткән, яңы ҡорамалды үҙләштереү халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләүҙә яңы аҙым буласаҡ.

   Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас