Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
6 Июнь 2025, 03:28

Зәм-зәм һыуын нисек дөрөҫ эсергә?

Әле мосолмандар хаж ҡыла. Унан ҙур бүләк итеп зәм-зәм һыуы алып ҡайталар. Уны дөрөҫ эсә белергә лә кәрәк икән...

Зәм-зәм һыуын нисек дөрөҫ эсергә?Зәм-зәм һыуын нисек дөрөҫ эсергә?
Зәм-зәм һыуын нисек дөрөҫ эсергә?

Мөхәммәт пәйғәмбәр зәм-зәмде Аллаһ тарафынан булдырылған иң яҡшы эсемлек тип атай. Ул - бер юлы эсемлек тә, ашамлыҡ та, уны эскән кеше үҙен туҡ хис итә.

Хаждан бындай бүләкте алғас, тейешле тәртипте үтәргә кәрәк. Зәм-зәм һыуын нисек эсергә?

1. Зәм-зәмде эсер алдынан "Бисмиллаһ" тиергә, унан доға уҡырға кәрәк. Уны эскәндә нимә теләһәң - шул тормошҡа аша.

2. Һыуҙы аяғөҫтө, ҡиблаға, Ҡәғбә ташы яғына ҡарап эсергә.

3. Зәм-зәмде аҙ-аҙлап йотомлап, һауытты уң ҡул менән тотоп эсергә.

Ә ниндәй доға уҡырға һуң?

"Аллаһүммә инни әсъәлүкә ризҡан үәсигән, үә ғыйлмән нәәфиған,үә шифәән миң күлли дәәин".

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас