Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
6 Июнь 2025, 03:34

Артур Иҙелбаев ҡаҙ ҡаҡлай

Ул "Ҡаҙҙар үҙебеҙҙеке, үҙебеҙ үк ҡаҡлайбыҙ", тип яҙҙы һәм был шөғөлөнөң сере менән уртаҡлашты.

Артур Иҙелбаев ҡаҙ ҡаҡлайАртур Иҙелбаев ҡаҙ ҡаҡлай
Артур Иҙелбаев ҡаҙ ҡаҡлай

Артур Иҙелбаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡаҙ ҡаҡлау сере менән уртаҡлашты. 

"Ҡаҙҙар үҙебеҙҙеке, үҙебеҙ үк ҡаҡлайбыҙ. 

Мин бәләкәй саҡта ҡаҙҙарҙы урамда, күләгәле урында ҡаҡлай торғайнылар. Йәки соланда. Махсус биналар булманы. Беҙ ҡаҙ ҡаҡлау өсөн махсус урын эшләнек. Ә ниңә? Бик шәп гастрономия сувениры. 

Әйткәндәй, беҙ ҡаҡлаған бик күп ҡаҙҙар МХО-ға оҙатылды. Алғы һыҙыҡтағы Башҡортостан егеттәренә ҡаҡланған ҡаҙ ебәреү изге традицияға әйләнде", - тип яҙҙы Артур Мирас улы. 

Ә инде видеояҙмала ул ҡаҙҙарҙы махсус эшләнгән бинала марляға төрөп ҡаҡлауҙары тураһында һөйләне. 

Фото: видеонан скриншот. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас