Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Июнь 2025, 18:25

Приютта туҡмалған сабыйҙы әсәһе алып ҡайтҡан

Интернетта таралған видеояҙмала бер үҫмерҙең бәләкәй малайҙы әрләгәне һәм туҡмағаны күренә. Хәл Саҡмағошта була.

Приютта туҡмалған сабыйҙы әсәһе алып ҡайтҡанПриютта туҡмалған сабыйҙы әсәһе алып ҡайтҡан
Приютта туҡмалған сабыйҙы әсәһе алып ҡайтҡан

Саҡмағош районындағы приютта 13 йәшлек үҫмер өс йәшлек баланы һүгенеп әрләй һәм туҡмай. Был хәлде башҡа өлкән балалар видеоға төшөрә һәм интернетҡа һала. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡиғаны тикшерәләр, ғәйепле үҫмер менән һөйләшәләр, ә яуаплы вазифалы өлкәндәр язаға тарттырыла.

Әле приютта туҡмалған өс йәшлек сабыйҙы әсәһе өйөнә алып ҡайтҡан. 24 йәшлек ҡатындың өс балаһы бар: биш йәшлек ҡыҙы, өс йәшлек һәм йәш ярымлыҡ улдары. Февралдә уларҙың барыһын да приюттарға урынлаштыралар: икәүһен - Саҡмағош районындағы учреждениеғаөсөнсөһөн - Өфөләге республика махсуслаштырылған сабыйҙар йортона.

Күп балалы ғаилә Бөрө ҡалаһындағы Ғаилә хеҙмәтендә социаль күҙәтеү аҫтында тораУларға йәшәү өсөн кәрәкле бөтә шарттары булған фатирҙы ҡуртымға алырға, балалар кейеме, коляска һәм түшәк кәрәк-яраҡтары менән ярҙам итәләр. Хатта дүртенсе сабыйына ауырлы булған әсәгә ваҡытлыса эш табырға булышалар.

Йәш әсә буласаҡ баланың атаһы менән никахын теркәтергә ниәтләй. Өлкән ҡыҙын да тиҙҙән приюттан алырға йыйына. Ә иң бәләкәй баланың яҙмышы тураһында әлегә бер нәмә лә билдәле түгел.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
 
 
Автор:
Читайте нас