

Башҡортостандың Ҡарман һыуһаҡлағысына «Экологик именлек» милли проекты (национальный проект «Экологическое благополучие») маҡсаттарына ярашлы 45 мең самаһы селбәрә ебәрелгән. Был хаҡта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр.
Үлән ашаусы балыҡ үрсетеү һыу биологик ресурстарына килтерелгән зыянды компенсациялау һәм һыу биоресурстары популяцияһын тулыландырыу маҡсатындағы эш Ҡарман ГРЭС-ы аҡсаһына алып барыла.
Предприятие хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, тап үлән ашаусы балыҡ төрҙәрен һайлау һыу аҫты үҫемлектәренең үҫеүен контролдә тотоу кәрәклеге менән бәйле. Аҡ амурҙың һәм яҫы маңлайлы балыҡтың (толстолобик) селбәрәләре үләндәрҙе ашап, һыу ятҡылығының таҙалығын һаҡлай. Был сара ГРЭС-тың экологияһын ғына түгел, техник характеристикаһын да яҡшырта, таҙартыу сығымдарын кәметә һәм етештереүсәнлекте арттыра.
"Балыҡ селбәрәләре ебәреү арҡаһында һыуһаҡлағыстың флораһы һәм фаунаһының тәбиғи балансын тотороҡландырыу, һыу ятҡылығында йәшәүселәр өсөн йәшәү мөхитенең сифатын күтәреү мөмкин буласаҡ", – тип билдәләне республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Нефтекама территориаль комитеты рәйесе Лилиә Кондова.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.