Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Июнь 2025, 16:31

Кебләнән нисек ҡотолорға?

Ағас бете - кеблә (тля) емеш-ҡыуаҡтарҙы ҡорота.

Кебләнән нисек ҡотолорға?Кебләнән нисек ҡотолорға?
Кебләнән нисек ҡотолорға?

Кебләгә ҡаршы нисек көрәшергә?

  1. Ҡамҡалар(божьи коровки). Был бөжәк кеблә( тля), үрмәксе талпандары менән туҡлана. Уларҙы участкаға йәлеп итеү өсөн баллы үҫемлектәр: көнбағыш, циния, ҡайын, ромашка, меңъяпраҡ, маргаритка, календула ултыртығыҙ.
  2. Һыу. Бейек емеш ағастарын шлангтан көслө һыу ағымы менән ҡырмыҫҡаларҙан (уларҙы таратыусыларҙан) таҙартырға мөмкин. Быны болотло һауа торошо булғанда йәки кис эшләгеҙ. Шунан ағастар тирәһендәге тупраҡҡа тоҙло һыу һибегеҙ ( 2 литр һыуға ярты стакан тоҙ)
  3. Кебләне ҡырмыҫҡалар үрсетә. Улар беттең татлы һуты менән туҡлана.Уларҙы булдырмау өсөн ағас-ҡыуаҡты «Супер Кыш -муравей», «Муравьин», «Муравьед»  препараттары менән эшкәртергә мөмкин.
  4. Тәмәке оно. Иртәнсәк йәки кис ваҡланған тәмәке оно иремәһен бөтә үҫемлектәргә лә һиптерегеҙ ( 10 литр һыуға 100 грамм тәмәке оно һалып ҡайнатырға).
  5. Һарымһаҡ. Үҫемлектәрҙе һарымһаҡ төнәтмәһе менән эшкәртегеҙ.
  6. Дегетле һабын иретмәһе лә бөжәкте ҡурҡыта.
  7. Гәрсис иретмәһе менән ағастарҙы эшкәртһәгеҙ ҙә, кеблә ағаста үрсемәҫ.
  8. Нашатырь спирты менән кер һабыны иретмәһе лә яҡшы һөҙөмтә бирә (5 литр һыуға 4 ҡалаҡ спирт һәм 2 ҡалаҡ шыйыҡ кер һабыны).

9. Алма ағасында ҡара бет үрсемәһен өсөн ағас-ҡыуаҡтарҙы «Боверикс, Ж», «Кортлис», «Актара», «Биотлин», «Фитоверм»,«Танрек» препараттары менән эшкәртегеҙ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас