Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Июнь 2025, 18:36

Иртәгә күңелһеҙ сюрприз көтөлә

Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Иртәгә күңелһеҙ сюрприз көтөләИртәгә күңелһеҙ сюрприз көтөлә
Иртәгә күңелһеҙ сюрприз көтөлә

Һауа торошо йәнә Башҡортостан халҡына күңелһеҙ сюрприз килтерәсәк. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Башгидромет синоптиктарына һылтанып һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртте.

Шаршамбы, 4 июндә, аяҙлы-болотло һауа торошо, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк, йәшен ваҡытында көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә +6, +11 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы +20, +25 градусҡаса күтәрелә. Юлдарҙа төнгө һәм иртәнге сәғәттәрҙә томан төшәсәк, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем насараясаҡ.

Өфөлә аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо фаразлана. Ел көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә +8, +10 градус, көндөҙ +23, +25 градусҡаса йылына.

Фото: Ф.Рәхмәтуллина. 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас