Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Июнь 2025, 17:26

Йәшендән нисек һаҡланырға?

Сәғәт иртәнге 5-се яртыла тороп, газ плитәһенә сәй ҡайнатырға ҡуйҙым. Улымды сәй эсереп эшкә оҙатайым тип йөрөй инем. Ямғыр яуамы, юҡмы абайламаным, былай көн болотло ине.

Йәшендән нисек һаҡланырға?Йәшендән нисек һаҡланырға?
Йәшендән нисек һаҡланырға?
"16 июндә, сәғәт иртәнге 5-се яртыла тороп, газ плитәһенә сәй ҡайнатырға ҡуйҙым. Улымды сәй эсереп эшкә оҙатайым тип йөрөй инем. Ямғыр яуамы, юҡмы абайламаным, былай көн болотло ине. Өҫтәлгә ризыҡ ултыртып, ҡайнаған сәйнүкте һүндерҙем дә, әле иртәрәк шикелле, тип кире кухнялағы диваныма ятып торҙом. Залда ирем менән ике улым йоҡлап ята ине. Бер ваҡыт көслө йәшен йәшнәнеме, ниндәйҙер шартлау тауышы ишетелде. Шунан кухняла торған мейестең кирбестәре атыла башланы. Яртылаш ҡуптарылған мейес эсенән йомро икмәк ҙурлығындағы ҡыҙыл шар килеп сыҡты. Минең ҡотом осто, ҡурҡтым, әммә юрғанымды бөркәнеп, бәләкәй генә ектән теге утлы шарҙы күҙәттем. Шар ысынлап та утҡа оҡшаған, тирә-яғынан ялҡындар сәсрәй ине. Күҙ асып йомғансы теге йәшен йомғағы тәгәрәп барып өҫкә күтәрелде һәм түбә таҡтаһын аҡтарып сығып китте. Тауышҡа ирем һәм балалар уянды. Улар торғас, кухнялағы боҙоҡ мейесте, тишек түбәне күреп аптыраны. Ҡарай башлағас шуны белдек: утлы шар түбә таҡтаһын ҡалҡытып, ҡыйыҡтың фронтонынан сығып киткән. Унда түңәрәк кенә көйҙөрөлгән эҙ ҡалған. Иҫебеҙгә килгәс, нисек ут сығып китмәгән тип, өйөбөҙ имен ҡалыуына ҡыуандыҡ".
 
Йәшендән һаҡланыу саралары:
 
Ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе, мейес башын ябығыҙ. Һауа юлы булырға тейеш түгел.
Йомғаҡ йәшенен күрһәгеҙ урынығыҙҙа хәрәкәтһеҙ ҡалығыҙ, йәки хәүефһеҙ урынға йәшенегеҙ. Тауышланырға ла ярамай.
Йәшен ваҡытында тышта булһағыҙ, башығыҙҙы ҡаплап, еңле кейем кейергә кәрәк.
Автомобиль эсендә булһағыҙ, тәҙрәләрен ябығыҙ һәм тимер әйберҙәргә ҡағылмайынса тыныс ҡына ултырығыҙ.
Һыу буйынан йыраҡ китегеҙ. Бейек ағас йәки бағана аҫтында тормағыҙ.
Электр ҡорамалдары, кеҫә телефоны менән ҡулланмағыҙ.
Телевизор, һауытҡыс, кер йыуыу машинаһы, антеннаны розетканан һурып ҡуйыуығыҙ хәйерле.
 

Йәшен ваҡытында асыҡ һауала булһағыҙ, соҡор, йырын, йә ҡыуаҡлыҡ кеүек ышығыраҡ урынға ҡасығыҙ. Бик булмаһа, сүкәйеп ултырығыҙ йә ҡоро ҡомло урынға ятығыҙ.
Тимерҙән эшләнгән ҡоролмалар, йәки палатка эсенә инеү, ҡулығыҙға тотҡан ҡармаҡ, ҡулсатыр кеүек оҙон метал әйберҙәр йәшендән атылыу хәүефен арттыра. Хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәгеҙ.

Йәшен ваҡытында яңғыҙ ағас аҫтына бармағыҙ. Быға тиклем йәшен һуҡҡан ағасҡа ла ҡабат атыуы мөмкин икәнен онотмағыҙ.
Телефонығыҙҙы һүндерегеҙ.
Йәшендән йәшенеп буламы? Була. Йортта икәнһегеҙ ишек-тәҙрәләрҙе, мөрйәне, вентиляция торбаларын ябығыҙ, барлыҡ электр приборҙарын, телефондарҙы һүндерегеҙ һәм йәшен үткәндән һуң да ярты сәғәт тоҡандырмағыҙ.
Йәшен ваҡытында юлда булһағыҙ – атта, велосипедта, мотоциклда барһағыҙ, туҡталырға кәңәш ителә. Машинала булһағыҙ,тиҙлеген кәметегеҙ йә туҡтағыҙ. Туҡталған урынығыҙ бейек ағастарҙан һәм юғары вольтлы электр линияларынан мөмкин тиклем алыҫтараҡ булһын.

Ябай ғына һаҡланыу саралары һеҙҙе ҙур йәшен бәләһенән ҡотҡарыр, шуны онотмағыҙ.

Сығанаҡ: Тамаша журналы

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас