Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
2 Июнь 2025, 17:06

Редискағыҙ үҫәме?

93 процентҡа һыуҙан торған был йәшелсәнең файҙаһы ҙур. Ул күп аш-һыуға үҙенсәлекле тәм өҫтәй.

Редискағыҙ үҫәме?Редискағыҙ үҫәме?
Редискағыҙ үҫәме?

Редисканы маринадлайҙар ҙа. Эйе, тап ҡыяр кеүек.

Окрошкаға ла бик яҡшы тәм бирә ул.

Уны ҡыҙҙырып та ашайҙар. Зәйтүн майы, һарымһаҡ, йәшел тәмләткестәр ҡушып та ебәрһәң, бына тигән гарнир йә ҡабымлыҡ килеп сығасаҡ.

Редисканың япрағын да ашайҙар. Салатҡа тәмләткес урынына тураһағыҙ, гел уны ғына ашағығыҙ килеп торор, тиҙәр.

Был тамыраҙыҡты хатта миҙгеленә ике тапҡыр үҫтерергә була – иртә яҙҙан ултыртып, йәй уртаһында йыйырға һәм тағы сәсеп, көҙөн уңыш алырға.

Автор:Алһыу Ишемғолова

Сығанаҡ: Йәшлек гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас