- Бер йомортҡа һарыһына бер лимон һуты (әфлисун да ярай), бер ҡалаҡ бал ҡушып, иртәнге аш урынына ашарға.
- Кәстрүлгә 5 ҡара емеш, 3 өрөк, 3 инжир, 2 лимон киҫәге , 2 алма һәм бер ҡалаҡ йөҙөм һалып, өҫтөн ҡаплағансы һыу ҡойорға һәм 10 минут ҡайнатырға. Шулай уҡ иртәнге аш урынына ашарға.
- Лимонды бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға төшөрөп алғас, ҡабығы, орлоғо менән бергә ит үткәргес йә ҡырғыс аша үткәрергә. Бер-ике ҡалаҡ бал, аҡ май ҡушып, яҡшы итеп бутарға һәм сәйгә ҡушып ашарға.
- 150 г ҡырғыстан үткәрелгән алмаға ярты лимон һуты ҡушып бутарға, 10 таҙартылған әстерхан сәтләүеге ҡушырға. Был – бер кешегә бер көнлөк порция. Көс өҫтәй һәм баш мейеһен туҡландыра.
- Бер стакан һолоға биш стакан һыу ҡойоп, шыйыҡ кеҫәл хәленә еткәнсе ҡайнатырға. Һөҙөп алып шул уҡ күләмдә ҡайнаған һөт һәм 4 – 5 ҡалаҡ бал ҡушырға. Көнөнә өс-дүрт тапҡыр ошо ҡатнашманы ¼ стакан эсергә.
- Бер үк күләмдә һоло, арпа һәм бойҙай ярмаһы алырға һәм он хәленә еткәнсе ваҡларға. Бер ҡалаҡ ошо онға бер стакан йылы һыу ҡойорға һәм 2 сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас, һөҙөп, бал ҡушып эсергә. Әйткәндәй, ул аҙ ҡанлылыҡтан бик файҙалы.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим