Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Июнь 2025, 16:23

Әҙер булығыҙ: ҡапыл һыуыта...

Тик ҡайғырмағыҙ, эҫе көндәр оҙаҡҡа китмәне. 

Әҙер булығыҙ: ҡапыл һыуыта...Әҙер булығыҙ: ҡапыл һыуыта...
Әҙер булығыҙ: ҡапыл һыуыта...

Тик ҡайғырмағыҙ, эҫе көндәр оҙаҡҡа китмәне. 

Башҡортостанда аномаль эҫелек бер нисә көнгә сигенә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, республика территорияһына һалҡын атмосфера фронты яҡынлаша. Ул үҙе менән йәшенле ямғырҙар килтерә, урыны менән елдең көсәйеүе, боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал.

Шишәмбе, 3 июндә һауа температураһы көндөҙ +18, төндә +9 градусҡаса түбәнәйә. Бындай һауа торошо бер нисә көн һаҡланасаҡ.

Алдағы ял көндәренә термометр бағанаһы йәнә 28 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

Рәсәй Гидрометеорология Үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда июндә уртаса айлыҡ һауа температураһының норманан бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә (норма +17,4°). Айлыҡ яуым-төшөм нормаға яҡын, республиканың көньяғында норманан кәмерәк.

Фото: Ф.Рәхмәтуллина. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ:  Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас