Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
30 Май 2025, 07:03

Предприятие хеҙмәткәрҙәре белем ала

“КирпичХолдинг” предприятиеларының һаҡсыл технологиялар иҫәбенә сығымдарҙы кәметеүе һәм баҙарҙа позицияларын нығытыуы көтөлә.

Предприятие хеҙмәткәрҙәре белем алаПредприятие хеҙмәткәрҙәре белем ала
Предприятие хеҙмәткәрҙәре белем ала

“КирпичХолдинг” компаниялары төркөмөнә инеүсе “СтройХолдинг”  һәм “СтройАльянс” йәмғиәттәре  прелприятиелары белгестәре “Етештереү процестары фабрикаһы” уҡытыу майҙанында уҡыу программаһын үҙләштерҙе һәм һаҡсыл производство буйынса ҡуйылған бурыстарҙы үтәне. Ике компания ла “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнаша.

–Предприятиелар был проект өҫтөндә бер айҙан да кәмерәк эшләй. Төбәк компетенциялар үҙәге  эксперттары завод хеҙмәткәрҙәре менән бөтә етештереү ағымына диагностика үткәрә. “Процестар фабрикаһы” яңы белем һәм ысулдарҙы нығытыуҙа сираттағы этап булып тора, – тип билдәләне Башҡортостандың иҡтисад үҫеше һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Белем программаһы һаҡсыл етештереү теорияһын практика менән яраштырып алып бара. Был хеҙмәткәрҙәргә алған күнекмәләрен үҙ предприятиеларында шунда уҡ ҡулланырға мөмкинлек бирә.

2025 йылға “КирпичХолдинг” предприятиеларының һаҡсыл технологиялар иҫәбенә сығымдарҙы кәметеүе һәм баҙарҙа позицияларын нығытыуы көтөлә.  

– Уңыш нигеҙе – хеҙмәткәрҙәрҙең генә түгел, етәкселәрҙең дә эшкә тырышлығынан тора. Предприятиеларҙың топ-менеджерҙары уҡыуҙа әүҙем ҡатнашты. Беҙ быға шатбыҙ. Был үҙгәрештәрҙе тиҙләтәсәк, – тине Төбәк компетенциялар үҙәге проекты етәксеһе Александр Кукушкин.

Рәсәйҙә иҡтисадты үҫтереүгә дүрт милли проект арналған. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, уның өсөн сәнәғәт, техно-һәм бизнес парктары инфраструктураһын киңәйтәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы. 

Автор:Дина Арсланова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас