

Башҡортостанда һауа торошо ғәжәпләндереүен дауам итә. Алдағы көндәрҙә республиканы экстремаль эҫелек ялмап аласаҡ.
Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 30 майҙа һауа температураһы төндә +11, +16 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ +26, +31 градусҡаса йылыта. 31 майҙа һәм 1 июндә төндә +12, +17 градус, көндөҙ +28, +33 градус була. Шул уҡ ваҡытта асыҡ һәм елһеҙ буласаҡ. Йәйҙең беренсе көнөндә генә көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе һәм елдең көсәйеүе фаразлана.
Дүшәмбе, 2 июндән, эҫе кәмей. Киләһе аҙнала һауа температураһы +20, +22 градус булыуы көтөлә.
Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, июнь айы ошондай һалҡын буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +25 градустан артмаясаҡ.
Әлиә Хужәхмәтова фотоһы.