Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
30 Май 2025, 06:54

Балаҡатай дауаханаһына – яңы ҡорамал

Яңы яҡтыртҡыстар уңышлы һынау үткән һәм файҙаланыуға әҙер.    

Балаҡатай дауаханаһына – яңы ҡорамалБалаҡатай дауаханаһына – яңы ҡорамал
Балаҡатай дауаханаһына – яңы ҡорамал

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Балаҡатай үҙәк район дауаханаһына   хирургияла  ҡулланылыусы яңы  яҡтыртҡыстар алынды. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иттеләр.

Заманса техника  операция урынын тигеҙ һәм сағыу яҡтырта.Был хирургтарҙың  эш шарттарын яҡшыртыуға һәм эште теүәл башҡарыуға ярҙам итә.  Яңы технологиялар яҡтылыҡ йүнәлешен һәм интенсивлығын көйләргә булышасаҡ.

– Ҡорамалдарҙы яңыртыу медицина  хеҙмәттәрен яҡшыртыу буйынса стратегияның бер өлөшө булып тора.Яңы яҡтыртҡыстар уңышлы һынау үткән һәм файҙаланыуға әҙер, – тине Балаҡатай дауаханаһының баш табибы Надежда Захарова.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының  матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас