

Татыу ғаилә - бәхетле ғаилә, тиҙәр. Бер-береңде хөрмәтләү, ҡәҙерен белеү генә ғаиләне берҙәм һәм бөтөн итә. Ә татыулыҡ, әлбиттә, бәхеткә юл яра.
Әлфиә Ғәзиз ҡыҙы Бишауыл-Уңғар ауылында тыуып үҫкән. Урындағы мәктәпте уңышлы тамамлағас, Ҡырмыҫҡалы ауылындағы һөнәрселек училищеһында һатыусылар курсынтамамлай. Белгеслек һөнәре алғас, Иҫке Бәпес ауылына эшкә ебәрелә. Ауыл магазинында бер йыл эшләгәс, почта бүлексәһенә эшкә күсә. Унда почта бүлексәһеначальнигы вазифаһын башҡара. Хаҡлы ялға сыҡҡансы утыҙ алты йыл ғүмерен почта хеҙмәтенә бағышлай.
Почта эше бер ҡасан да еңел булманы. Шулай ҙа хеҙмәтемдең халыҡҡа күп өлкәләрҙә ярҙам булыуын тойоп, дәртләнеп эшләнем. Элек ауылдаштар гәзит-журналдарға күпләп яҙылды. Район гәзитен бүлексәгә 1800 дана алдыра инек, - ти Әлфиә апай хеҙмәте тураһында иҫкә төшөрөп.
Салауат Заһиҙулла улы Яңы Бәпес ауылынан. Күрше Иҫке Бәпес ауылына йөрөп уҡып, белем алып сыҡҡас, тыуған колхозында хеҙмәт юлын башлай. Иген баҫыуында комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй. Тырыш, яуаплы егетте тракторҙар бригадаһы иҫәпсеһе итеп ҡуялар. Хәрби хеҙмәт йәшенә еткән егет армияға алынып, хеҙмәтен Әстерхан өлкәһендә үтә. Әрме хеҙмәтен намыҫлы һәм лайыҡлы үтеп ҡайтҡас, шоферлыҡ курсын тамамлап, тыуған колхозына эшкә сыға. Салауат ағай колхоз тарҡалғансы үҙ һөнәренә
тоғро ҡала.
Элек беренсе класҡа барғас, бөтәһе лә осоусы-космонавт, инженер булырға хыяллана ине, бер мин тракторсы булам, тигәйнем. Атайым ғүмер буйы урмансы булды. Шуға күрә мине лә үҙ юлынан урман техникумына уҡырға ебәрергә дәртләнә ине. Әммә, бәләкәйҙән машина менән ҡыҙыҡһыныуым ныҡ булды. Шул ваҡытта уҡ, үҫкәс водитель буласаҡмын, тигән маҡсат ҡуйҙым. Күрше Фән ағай шофер ине, мин гел генә уның янында булдым, техникаһын төҙәтергә булыша инем. Мине эргәһенә алып ултыртып йөрөтә ине. “Техника ене” нәҡ шул саҡтарҙа ҡағылғандыр, тип уйлайым. Шулай итеп балалыҡ хыялым тормошҡа ашты. Шофер булыу руль борғолау ғына түгел, әлбиттә. Ҙур иғтибарлыҡ һәм яуаплылыҡ талап итә, - ти Салауат ағай.
Колхоз тарҡалғас, Салауат ағай артабан Ҡарлыман ҡатнаш аҙыҡ заводында эшләп ала, аҙаҡ район ҡулланыусылар йәмғиәтендә водитель булып хеҙмәт итә. Был ябай ауыл эшсәндәре ғүмерҙәренең байтаҡ йылдарын намыҫлы хеҙмәткә бағышлай. Ауылдың абруйлы кешеләре, хәҙер хаҡлы ялдалар.
Ике йәр бер-береһен тапҡас, 1975 йылдың йәмле май айында сәстәрен-сәскә бәйләп, ғаилә ҡоралар. Йәштәр өйләнешкәс Яңы Бәпес ауылында бер аҙ ҡайны-ҡәйнә менән йәшәп алалар.
Һуңынан Иҫке Бәпес ауылындағы колхоз фатирына күсеп сығалар. Ауылдың үҙәк урамында йорт һатып алып, ҙур, иркен йорт һалып, эстән дә, тыштан да сынъяһау итеүгә, ихаталарын төҙөкләндереүгә бар тырышлыҡтарын һалалар. Үҙ көстәре менән матур донъя булдыралар. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған был пар барыһына ла өлгөрә. Бөтә эште бергәләшеп
башҡаралар. Аҙбар тултырып мал-тыуар үрсетәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш йыйып алалар.
Икеһе лә ишле ғаиләлә тыуып үҫкән Байдәүләтовтар өс балаға ғүмер биргән-
дәр. Бәләкәйҙән эшһөйәрлек, илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгән улар. Балалары булдыҡлы һәм тырыш булыуҙары менән айырылып тора. Барыһы ла юғары белем алып, үҙ тормоштарын ата-әсәләре өлгөһөндә ҡорғандар. Оло ҡыҙҙары Гүзәл тормош иптәше Рөстәм менән Олокүл ауылында төпләнгән. Гүзәл М.Аҡмулла исемендәге педагогия университетын тамамлап, бөгөнгө көндә Прибельский мәктәбендә балаларға башҡорт теленән белем бирә. Улдары Илдар Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Өфө ҡалаһындағы “Белая река” нәшриәтендә эшләп йөрөй. Өйләнгән, ҡатыны Ләйсән менән ҡыҙ һәм малай үҫтерәләр. Кесе ҡыҙҙары Рая ғаиләһе менән Сахай ауылында йәшәй. Ул да Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай. Тормош иптәше Фидаил менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Йәш ғаилә шәхси ярҙамсыл хужалыҡ булдырған. Бәләкәйҙән тырыш, эш һөйөүсән булып үҫкән балалары атай нигеҙенә ял һайын йыйылышып ҡайта, ҡәҙерле кешеләренә хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша.
Дүрт ейән-ейәнсәрҙәребеҙ бар. Улар беҙҙең йыуанысыбыҙ. Саҡ ҡына килмәй торһалар, һағынып көтөп алабыҙ үҙҙәрен, - ти бәхетле олатай менән өләсәй.
Әйткәндәй, Әлфиә һәм Салауат Байдәүләтовтарҙың бергә иңгә-иң терәп йәшәүҙәренә быйыл 50 йыл тулды. Ике уңған бергә тура килгәнгә лә донъялары етеш, ҡотло. Уларҙың йәш тәргә әйтер теләктәре лә бар.
Ғаилә - ул иң мөһиме, тормош мәғәнәһе, ул беҙгә йәшәргә һәм эшләргә көс бирә. Алтын туйға ҡәҙәр бергә йәшәү – йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул. 50 йыл татыу ғүмер кисереү өсөн аҡыл, өмөт- ышаныс, түҙемлелек кәрәк, - ти улар бер тауыштан.
Ошо шатлыҡлы көндәре уңайынан Әлфиә һәм Салауат Байдәүләтовтарҙы ихлас ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә балаларының игелеген-изгелеген күреп, ейәндәр шатлығы кисереп, бәхетле ҡартлыҡҡа парлашып етеүҙәрен һәм ауылдарҙа улар ғаиләһе кеүек өлгөлө ғаиләләрҙең күберәк булыуын теләп ҡалабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.