

Ғайсиндар ғаиләһе эшҡыуарлыҡ донъяһына тәү тапҡыр аяҡ баҫмай, ә бына үҫемлекселек менән шөғөлләнергә беренсе тапҡыр ынтылғандар. Һәм әйтергә кәрәк, эшҡыуарҙың эше күптән яйға һалынған. Ефремкин ауылының юл буйында ғына урынлашҡан еләк баҫыуы бынан үтеүселәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмай.
- Беҙ ғаиләбеҙ менән эшҡыуарлыҡтың төрлө варианттарын һынап ҡараныҡ. 2018 йылда төҙөлөш өлкәһендә эшҡыуарлыҡ ойошторғайныҡ. Әле лә был өлкәлә булышабыҙ. Бынан тыш, 2022 йылда “Йәшелсә фабрикаһы” крәҫтиән-фермер хужалығы булдырып, ауыл хужалығы менән шөғөлләнеп ҡарарға йөрьәт иттек. Ауыл хужалығы, әлбиттә, ауыр эшмәкәрлек төрө. Шулай ҙа ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, өйрәнәбеҙ, тырышабыҙ, яйлап маҡсатыбыҙға барасаҡбыҙ. Эйе, дөрөҫ, сәскән, ултыртҡан йәшелсәләрҙән, емеш ағастарынан мул уңыш алыу өсөн белем һәм тәжрибә лә талап итә. Йәшелсә үҫтереү — табышлы һөнәр, тик уның да үҙ проблемалары етәрлек. Ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән бик күп дуҫтарыбыҙ бар. Беҙҙең башланғыста уларҙың ярҙамы ҙур булды. Уларҙан төплө кәңәштәр алып ҡайттыҡ. Әкренләп үҙемдең тәжрибәм дә артты, еләк, көртмәле үҫтереүҙең серҙәренә яйлап төшөндөм. Үҫентеләрҙе ултыртыу, теплицаны ҡарау, уңышты йыйып алыу... Бер-береһенә эҙмә-эҙлекле бәйләнгән эш үҙ ваҡытында һәм дөрөҫ башҡарыу талап итә. Тәүҙә беҙ ҡыяр, помидор һәм йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнергә уйлаған инек. Әммә төрлө теплица хужалыҡтарына барып йөрөп, Башҡортостанда ҙур масштабтарҙа бер кемдең дә күк көртмәле үҫтермәүен аңланыҡ һәм үҙебеҙ ер алып, был емеште үҫтерергә ҡарар иттек. Көртмәле тәмле генә түгел, бик файҙалы ла, - тип уртаҡлаша Ләйсән.
“Йәшелсә фабрикаһы” крәҫтиән-фермер хужалығы 20 гектар майҙанда урынлашҡан заманса агрокомплекс. Уҙған йылда улар тәүге теплицаларҙы ултыртҡан. Быйыл шулай уҡ тағы ла 2-3 теплица төҙөп ҡуйырға ниәтләйҙәр.
- Район хакимиәтенә бик ҙур рәхмәт. Беҙ уларға йәшелсә һәм емеш-еләк культураларын үҫтереү буйынса проект менән мөрәжәғәт иттек. Беҙҙең проектты бер тауыштан хупланылар. Ижад итегеҙ, үҫешегеҙ тип изге кәңәштәрен дә бирҙеләр. Беҙ ҙә районға инвестиция менән ярҙам итергә тырышабыҙ, халыҡҡа эш урындары булдырҙыҡ. Эш һорап килеүселәр бик күп. Мәҫәлән, беҙҙә әлегә Ефремкин ауылынан дүрт кеше эшләй. Бөгөнгө көндә эшселәр иртәнге сәғәт 9.00-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем эшләйҙәр. Йәй осоронда һуңға тиклем ҡалып эшләргә лә тура киләсәк. Хужалыҡта агрономыбыҙ ҙа бар.
Теплица комплексында ер еләге һәм ҡыҫҡа һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек - күк көртмәле үҫтерәбеҙ. 20 мең төп ер еләге, 1500 төп күк көртмәле ултырттыҡ. Көртмәле бәләкәй күләмле технология буйынса 12 литрлы һауыттарҙа үҫтерелә. Үҫентеләр өсөн Владимир өлкәһенән торф килтерелде. Был ҡыуаҡлыҡ биш йылдан һуң ныҡлап емеш бирә башлаясаҡ. Әле бына быйыл сәскә атты. Үҙебеҙгә ауыҙ итер өсөн генә емеше булыр, тип көтәбеҙ. Быйыл күк көртмәле үҫентеләрен тағы ла биш мең дана һатып алырға уйлайбыҙ.
Ер еләгенең “Кабрилло” һәм “Мурано” сортын үҫтерәбеҙ, күк көртмәленең “Чандлер” һәм “Дюк” сорттарын ултырттыҡ. Был сорттарҙы Кабардино-Балкариянан бер дуҫыбыҙҙан алдыҡ. Быйыл өҫтәмә үҫентеләрҙе Белоруссиянан туранан-тура етештереүселәрҙән заказ итәсәкбеҙ. Әйткәндәй, күк көртмәлене беҙ Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып теплицаларҙа үҫтерәсәкбеҙ.
Теплица йыл әйләнәһенә эшләйәсәк. Көртмәле һәм еләк емешенән тыш, беҙҙә шулай уҡ помидор, ҡыяр һәм йәшелсә буласаҡ. Йәшелсә-емеште тик теплицаларҙа үҫтерергә теләйбеҙ. Шуға күрә теплицаларға газ үткәреүгә газпром менән килешеү төҙөнөк. Һыу менән проблемалар булғанлыҡтан, быйыл быуа өсөн өҫтәмә ер алдыҡ. Һыу менән тәьмин итеү өсөн автоматлаштырылған айырым һыуһаҡлағыс узелы буласаҡ. Киләсәктә теплицаны заман талаптарына яуап бирерлек итеп үҙгәртеп ҡорорға теләк ҙур, ул сағында уңыш алыуҙың күләме икеләтә артыр тигән теләктәмен.
Мин үҙем бик энергиялы кеше. Эшем бик оҡшай. Тәү нәүбәттә, әлбиттә, оло кинәнес тойғоһо уята. Тупраҡтан, тәбиғәттән көс алам. Үҙ ереңдә, саф күңел тойғоларын ҡушып, үҙ ҡулдарың менән үҫтергән, эшкәрткән, таҙа һәм сифатлы ризыҡты ашау – бәхет бит ул, ҡәҙерлерәк тә, тәмлерәк тә, - ти Ләйсән Рәфис ҡыҙы.
Хәҙер йүнселдең предприятиеһы уңышлы үҫешә. Киләсәктә артабан да тармаҡты үҫтереү маҡсатында эшҡыуарҙарҙың идеялары, пландары бик күп. Уларға эштәрендә уңыштар юлдаш булһын, тип теләргә генә ҡала.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.