

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә 2,7 саҡрым оҙонлоҡтағы Өфө – Инйәр – Белорет юлы участкаһында асфальт яңыртылды. Яңы япманы Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат һәм Ҡарлыман ауылдары янындағы участкала төҙөкләндерҙеләр. Шулай уҡ подряд ойошмаһы бында юл ситтәрен нығытырға һәм юл билдәләрен һыҙырға ниәтләй.
- Юл республиканың бер нисә районы буйлап үтә һәм Белорет районы йүнәлешендә төрлө туристик урындарға алып бара. Был Абҙан шарлауығы, Инйәр тештәре, Ирәмәл тауы һәм башҡалар. Бында трафик һәр ваҡыт юғары — тәүлегенә 12 мең автомобилгә етә. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү һәм бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим, - тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
2025 йылда Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Архангел һәм Белорет райондарында дөйөм оҙонлоғо 24,3 саҡрымлыҡ был юлдың ете участкаһын ремонтлау күҙаллана.
Бөтәһе 2025 йылда Башҡортостанда 1000 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡ, 8 километр юл реконструкцияланасаҡ, дөйөм оҙонлоғо 1700 погон метрлыҡ 24 күпер норматив хәлгә килтереләсәк. Шуларҙың 680 километр юлын һәм дөйөм оҙонлоғо 712 погон метрлыҡ 11 күпер ҡоролмаһын,— “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә.
Шулай уҡ быйыл Башҡортостанда тәү сираттағы исемлегенә индерелгән 195 километр юлды һәм 300 погон метр күперҙе һәм юл үткәргесте һәм баҡса ширҡәттәренә алып барыусы 25 километр юлды норматив хәлгә килтереү күҙаллана.
Бөтә эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
Фото: "Башҡортостан ДТРК-һы".