Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
27 Май 2025, 17:11

“Хеҙмәт резервтары” спартакиадаһының дүртенсе этабына йомғаҡ яһала

Был этап иң күп кеше ҡатнашҡан этап булды – парктың спорт майҙансыҡтарында республиканың 17 предприятиеһының һәүәҫкәр спортсылары осрашты, дөйөм алғанда – 440 кеше.

“Хеҙмәт резервтары” спартакиадаһының дүртенсе этабына йомғаҡ яһала“Хеҙмәт резервтары” спартакиадаһының дүртенсе этабына йомғаҡ яһала
“Хеҙмәт резервтары” спартакиадаһының дүртенсе этабына йомғаҡ яһала

«Хеҙмәт резервтары» корпоратив спартакиадаһының һуңғы (дүртенсе) этабы Өфөлә «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында үтте. Сараны «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы (государственная программа «Спорт России»)  маҡсаттарына ярашлы ойошторҙолар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығынан.

Был этап иң күп кеше ҡатнашҡан этап булды – парктың спорт майҙансыҡтарында республиканың 17 предприятиеһының һәүәҫкәр спортсылары осрашты, дөйөм алғанда – 440 кеше. Хеҙмәт коллективтары командалары спорттың 13 төрөндә ярышты. Еңел атлеттар ике йүгереүҙә сығыш яһаны: эстафета һәм кросс (1800 м). Эстафетала «Башнефть-сервис НПЗ» командаһы йүгереүселәре иң яҡшылар булды, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы «Башҡортостан сода компанияһы» еңел атлеттары яуланы. Команда зачетында БСК вәкилдәре – алтын, «Башнефть-сервис НПЗ» хеҙмәткәрҙәре – көмөш, «ОДК-Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» спортсылары бронза миҙалдар яуланы.   

Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр баскетболында Өфө агрегат производство берекмәһе белгестәре иң яҡшылар булды. Ир-егеттәр араһында мини-футбол буйынса чемпион кубогын республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре алды. Пляж волейболында БСК (ирҙәр) һәм УАПО (ҡатын-ҡыҙҙар) иң яҡшылары булды. Программаның иң мауыҡтырғыс төрҙәренең береһе – арҡан тартыу – һигеҙ ир-егеттәр һәм алты ҡатын-ҡыҙҙар командаһын йыйҙы. Ир-егеттәр араһында ла, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла БСК хеҙмәткәрҙәре иң шәбе булып сыҡты.

«Рәсәй спорты» дәүләт программаһы физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға һәм рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Илдә тейешле инфраструктура киңәйә, күмәк саралар үткәрелә, «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тормошҡа ашырыла, шулай уҡ балалар араһында күнекмәләр өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Программа РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: sport.bashkortostan.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас