Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
26 Май 2025, 16:51

Ир йөклө ҡатынын һәм бер йәшлек ҡыҙын ҡотҡарған

Бер мәл ир верандала ҡуйылған янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдың тауышын ишетә...    

Ир йөклө ҡатынын һәм бер йәшлек ҡыҙын ҡотҡарғанИр йөклө ҡатынын һәм бер йәшлек ҡыҙын ҡотҡарған
Ир йөклө ҡатынын һәм бер йәшлек ҡыҙын ҡотҡарған

25 майҙа кисен Борай районының Яңы Бикмәт ауылында күп балалы ғаилә йәшәгән шәхси йорттоң таҡтанан булған верандаһы янып китә.

Йортта йөклө ҡатын һәм бер йәшлек ҡыҙ булған. Ғаилә башлығы был ваҡытта биш һәм ике йәшлек улдары менән мунсала була. Бер мәл ир верандала ҡуйылған янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдың тауышын ишетә.

Мунсанан сығып, ул утты һүндерергә һәм өйгә инергә маташа, әммә янғын тиҙ тарала. Шунан һуң ир өйҙө урап йүгереп барып, ҡатынын һәм ҡыҙын тәҙрә аша сығара.

Зыян күреүселәр юҡ, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт тулыһынса юҡҡа сыҡҡан.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе мәғлүмәте буйынса, янғын электр ҡорамалдарының төҙөкһөҙлөгө арҡаһында килеп сығыуы ихтимал.

Фото: Ғәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас