Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
23 Май 2025, 17:23

Һыуыта... Ҡырауға әҙер булығыҙ

Ялдар ҡыуандырмай. Ҡасан йылытыр?     

Һыуыта... Ҡырауға әҙер булығыҙҺыуыта... Ҡырауға әҙер булығыҙ
Һыуыта... Ҡырауға әҙер булығыҙ

Башҡортостанда хәүефле метеорологик күренештәр фаразланаРәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, төндә урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2°тиклем ҡырау төшөүе көтөлә.

Иртәгә аяҙлы-болотло буласаҡ.

Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 4-9 метр тиҙлектә иҫә, көндөҙ айырым райондарҙа секундына 14 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы төндә +2, +7°, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшә һәм 0, -2 градусҡаса һыуыта, көндөҙ +13, +18°тәшкил итә. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге яҡшы. Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә поляр антициклондың алғы өлөшө һауа торошон билдәләйәсәк, тип хәбәр итә Башгидромет. Арктика фронты үтеү менән республикала ағымдағы аҙнаның һалҡын, норманан 4 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә, тип фаразлай синоптиктар.

Киләһе аҙна башында республикала һауа температураһы +20 градустан юғарыраҡҡа тиклем күтәрелә башлаясаҡ. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге фаразы буйынса, майҙың өсөнсө декадаһында уртаса һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас