+28 °С
Болотло


Май байрамдары осоронда Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында Рәмил Уразаев менән Таһира Мырҙайәнованың өйө янып китә. Ут бөтә мөлкәтте, документтарҙы, кейем-һалымды юҡ итә, әммә Ҡөрьән китабына теймәй. Емереклектәрҙе аҡтарғанда уны табыр алалар, биттәре лә теүәл була.
Бындай хәлдәрҙе йыш ишетергә була. Шулай уҡ тиҫбеләрҙең дә зыян күрмәгәнен ишеткән бар.
Әйткәндәй, Бөрйәндә был беренсе осраҡ түгел. 2021 йылда ике йортта янғын сығып, шулай уҡ ут та, һыу ҙа Ҡөрьән китаптарына зыян килтермәгән ине.
Фото: видеонан скриншот.