Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Май 2025, 15:08

Сәриә Асҡарованан - ирәүәндән бәлеш рецебы

Тәмле лә, файҙалы ла.

Сәриә Асҡарованан - ирәүәндән бәлеш рецебыСәриә Асҡарованан - ирәүәндән бәлеш рецебы
Сәриә Асҡарованан - ирәүәндән бәлеш рецебы

Хәйбулланан Сәриә Асҡарова был юлы ирәүәндән тиҙ генә бәлеш бешерергә өйрәтә.

"Ирәүәндән тиз генә пирог бешерҙем сәйгә! Тәүҙә тураҡлап, шәкәр һалып бешекләп алдым, крахмал һалып ҡуйырттым, 4 йомортҡаға 1 стакан шәкәр ҡомо, тоҙ, сода, ярты пачка маргарин, он, блендер менән ваҡлап, табаға ҡойҙом, араһына бешкән ирәүән массаһын һалып, өҫтөнә тағы ҡамыр ҡойҙом! Бик тә оҡшаны сәй эскәндәргә!"- тип яҙған ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.

Ә һеҙ ирәүәндән нисек бәлеш бешерәһегеҙ? Кәңәштәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Сығанаҡ һәм фото: Сәриә Асҡарова

Автор:Карима Усманова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас