Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Май 2025, 16:35

Сәләмәтлекте нығытыу өсөн нимә эшләргә?

Ғәҙәттә, беҙ ауырый башлаһаҡ ҡына һаулыҡты ҡайғырта башлайбыҙ. Башҡа ваҡытта был турала уйлап та бирмәйбеҙ. Ә юҡҡа ғына…

Сәләмәтлекте нығытыу өсөн нимә эшләргә?Сәләмәтлекте нығытыу өсөн нимә эшләргә?
Сәләмәтлекте нығытыу өсөн нимә эшләргә?

Ғәҙәттә, беҙ ауырый башлаһаҡ ҡына һаулыҡты ҡайғырта башлайбыҙ. Башҡа ваҡытта был турала уйлап та бирмәйбеҙ. Ә юҡҡа ғына… Сәләмәтлек тураһында һау саҡта ла уйларға һәм һаҡланырға кәрәк.

 Нимә сәләмәтлекте нығытырға булышлыҡ итә  һуң?

  1. Ҡосаҡлашыу.

 Йоҡлар алдынан яратҡан кешене ҡосаҡлап, һеҙ  организмығыҙға –  иркен тын алырға, ә мейегә  проблемалар хаҡындағы уйҙарҙан арынырға  булышлыҡ итәһегеҙ.  Йоҡо ла күпкә тыныс һәм нығыраҡ буласаҡ.

  1. Бесәй

Кемдең өйөндә дүрт аяҡлы бындай дуҫы бар, уларҙың йөрәк менән бәйле  проблемалары  –  ике тапҡырға һәм инфаркт кисереү хәүефе  өс тапҡырға кәмерәк.

  1. Йәйәү йөрөү

Көн һайын бер нисә саҡрым атлап үтеү ҡан тамырҙарын, үпкәне, мускулдарҙы нығыта.  Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса,  күкрәк яман шеше менән ауырыу хәүефен ¼ тапҡырға кәметә.

  1. Әфлисун һуты

Даими рәүештә был һутты эсеү остеопороздан  һәм һимереүҙән һаҡлай.

  1. Бал

Был тәбиғи аҙыҡ баш мейеһенең эшмәкәрлеген яҡшырта, хәтерҙе нығыта. Шунлыҡтан ул ололар өсөн дә, балаларға ла берҙәй файҙалы.

  1. Диңгеҙ

Статистика буйынса, диңгеҙгә яҡын йәшәгән кешеләр  әүҙем тормош алып бара һәм стресҡа бирешеп бармай. Сағыштырмаса улар һирәгерәк ауырый ҙа.

  1. Һыу

Организмға көнөнә 8 стакан һыу  талап ителә. Тимәк,  эске килмәһә лә һыу эсергә кәрәк. Әгәр ҙә һыуһағанығыҙҙы тояһығыҙ икән,  организм дөйөм ауырлыҡтан бер процент һыуҙы юғалтҡан тигән һүҙ. Ә ун процентты юғалтыу ғүмер өсөн хәүефле булыуы ихтимал.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас