Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Май 2025, 13:21

Майҙа дегенәк һутының иң шифалы сағы

Дегәнәктең файҙаһы теймәгән ауырыу юҡ, тиҙәр. Хатта яман шеште лә дауалай икән. Быныһы дөрөҫмелер-юҡмылыр, әммә уның, ысынлап та, шифаһы ҙур.

Майҙа дегенәк һутының иң шифалы сағыМайҙа дегенәк һутының иң шифалы сағы
Майҙа дегенәк һутының иң шифалы сағы

Дегәнәктең файҙаһы теймәгән ауырыу юҡ, тиҙәр. Хатта яман шеште лә дауалай икән. Быныһы дөрөҫмелер-юҡмылыр, әммә уның, ысынлап та, шифаһы ҙур: организмдағы төрлө ялҡынһыныуҙы баҫа, ҡанды таҙарта, кисталарҙы бөтөрә. Әле был сүп үләненең япрағының һәм тамырының иң шифалы мәле. Белгестәр төрлө ауырыуға ҡаршы япрағының һутын һығып эсергә кәңәш итә, ә тамырын былай ғына ла ашарға мөмкин.   Бөйөрҙәрҙе дауалау Дегәнәк  халыҡ медицинаһында бөйөр ауырыуҙарын дауалауҙа ла киң ҡулланыла.   Мәҫәлән, бөйөрҙәге кистаны дегәнәк һуты менән дауалайҙар.  Уны әҙерләү өсөн яңы өҙөп алынған япрағын ит үткәргестә үткәреп, һутын һығып алырға.  Әйткәндәй, бындай һутты оҙаҡ һаҡларға ярамай, өс көн һайын яңыртып тороу зарур.  Дегәнәк һутын  тәүге ике көндә ике тапҡыр – иртәле-кисле берәр ҡалаҡ эсергә,  артабан иһә  көнөнә өс тапҡыр өсәр ҡалаҡ эсергә кәрәк.  Дауаланыу курсы – бер ай.  Һөҙөмтәһе яҡшыраҡ булһын өсөн, бысаҡ осонда ғына  киптерелгән уҫаҡ япрағының онтағын өҫтәргә мөмкин. Тамырынан төнәтмә әҙерләү өсөн 10 г сеймалға   бер стакан һыу ҡойоп, талғын утта  20 минут ҡайнатырға.   Шуны  өс-дүрткә бүлеп, бер көндә эсеп бөтөргә.   Аллергиянан Организмдан зарарлы матдәләрҙе ҡыуып сығарыу үҙенсәлегенә эйә булған дегәнәк   аллергияға ҡаршы көрәшеү өсөн дә ҡулланыла.     Был осраҡта уны бәпембә менән бергә файҙаланыу  һөҙөмтәлерәк. Кистән ике ҡалаҡ дегәнәк тамырына ярты литр ҡайнатылмаған һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртән шуны  утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡансы тоторға һәм 5 минут ҡайнатырға.   Эҫе килеш һөҙөп, ас ҡарынға ярты стакан эсергә.   Ҡалғанын  өскә бүлеп, көн дауамында ҡулланырға. Кистән берәр ҡалаҡ дегәнәк менән бәпембә тамырына 3 стакан ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртнәсәк уны быу өҫтөнә ҡуйып, 10 минут йылытырға.   Әҙер булғас, һөҙөп алып, көнөнә биш тапҡыр 1/3 стакан эсергә. Берәр ҡалаҡ дегәнәк, бәпембә тамыры һәм гөлйемеш емешенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, пар өҫтөнә ҡуйырға. 15 минут тотҡандан һуң, һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә.    Бауыр ауырыуҙарынан Бауыр ауырыуҙарына һәм гепатитҡа ҡаршы дегәнәктең һутын файҙаланырға тәҡдим ителә.   Иң яҡшыһы – май айында  алынған һуты.  Бының өсөн япраҡтарын йыйып, һут һыҡҡыс йә ит үткәргес аша үткәреп, һутын  һығырға.   Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә.  Бер аҙна эскәндән һуң, 7 көн ял итергә һәм тағы ҡабатларға.   Дегәнәк һутын өс көндән артыҡ һаҡларға ярамай.   Ашҡаҙан сей яраһынан Сей яраны дауалауҙа дегәнәк ялҡынһыныуға ҡаршы тороу сараһы булараҡ ҡулланыла.  Бының өсөн шундай дарыу әҙерләргә мөмкин: Бер ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған тамырына ярты литр ҡайнаған һыу ҡойоп, 2 сәғәт төнәтергә.   Әҙер төнәтмәне   эҫе килеш көнөнә  өс тапҡыр 200 мл эсергә.   Подагранан  Подаграға ҡаршы көрәшеүҙең бер нисә ысулы бар. Ике ҡалаҡ кипкән һәм ваҡланған тамырына өс стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәт төнәтергә. Һуңынан утҡа ҡуйып, биш минут ҡайнатырға. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр йылы килеш яртышар стакан эсергә. Быуындар подаграһынан ярты литр ваҡланған япрағына ярты литр бал һәм шул уҡ күләмдә  араҡы ҡушып, яҡшы итеп бутарға.  Ошо ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ ҡабырға.  Уны һалҡын һәм ҡараңғы урында (һыуытҡыста түгел) һаҡларға кәрәк. Аяҡта подагра булғанда, дегәнәктән компресс ябырға була.  Бының өсөн бер ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған тамырына бер стакан һыу ҡойоп, 10 минут тирәһе ҡайнатырға  һәм 40 минут самаһы төнәтергә.  Марляны бер нисә ҡат итеп  ҡатлап,  төнәтмәгә манып алырға һәм ауыртҡан аяҡҡа ябырға.   Өҫтөнән йылы әйбер менән уратып ҡуйырға онотмағыҙ.   Һәр ҡулланғандан һуң марляны яҡшы итеп йыуырға йә алмаштырырға кәңәш ителә. Дауаланыу курсы – бер ай. Быуындар һыҙлауынан Был осраҡта дегәнәк компресы төнәтмәһе, май һәм кремдары  ауыртыуҙы баҫырға ярҙам итә.  Йәш, йыуылған һәм киптерелгән япраҡтарын алып, ауыртҡан урынға (алдан үҫемлек майы һөртөргә) ябырға. Өҫтөнә туҡыма йә ҡағыҙ ябып, төнгөлөккә бәйләп ҡалдырырға. Полиэтилен ябырға тәҡдим ителмәй. Ауыртҡан тубыҡҡа бер юлы бер нисә япрағын йомшаҡ яғын аҫҡа ҡартып ябырға кәрәк. Ҡулланыр алдынан уларҙың өҫтөнә эҫе һыулы һауыт ҡуйып торорға онотмағыҙ. Шулай уҡ төнгөлөккә нығытып бәйләп ҡалдырырға. Бөтә төр компресс менән дә дауаланыу курсы – бер ай. Арҡа ауыртҡанда япрағын иҙеп, одеколонға манырға һәм ауыртҡан урынға ҡуйып, өҫтөнә полиэтилин ябырға. Был процедураны ярты ай буйы көн һайын ҡабатларға. Дегәнәктең арҡыла төнәтелгән төнәтмәһе быуындар һыҙлауынан яҡшы ярҙам итә. Бының өсөн ваҡланған тамырына араҡы ҡойоп, ике аҙна ҡараңғы урында төнәтергә. Майын әҙерләү өсөн 80 г дегәнәк тамырына  бер стакан рафинадланмаған үҫемлек  майы ҡойоп, бер көн төнәтергә. 24 сәғәттән һуң  утҡа ҡуйып, 15 минут ҡайнатырға.  Дегәнәк майын һыуытҡыста һаҡларға. Организмды таҙартыу өсөн  Дегәнәк ярҙамында организмды шлактарҙан арындырыу ғына  түгел, ҡанды ла  таҙартырға мөмкин.  Көслө ағыуланыуҙан йә химиотерапиянан һуң, был үҫемлек организмдан ауыр матдәләрҙе һәм токсиндарҙы ҡыуып, тиҙ арала  уларҙың насар эҙемтәләренән ҡотолорға ярҙам итер. Организмды таҙартыу өсөн уның һуты һәм төнәтмәһе  файҙаланыла. Ҡанды таҙартыу өсөн бер балғалаҡ кипкән тамырына бер стакан һыу ҡойоп, утҡа ҡуйырға һәм  бер-ике минут ҡайнатып алырға.  Ошо төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ас ҡарынға  берәр стакан эсергә. Дегәнәктең алты емешен алып, өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Өҫтөн ҡапҡас менән ябып, талғын утта 20 минут  ҡайнатырға.  Сәнскеләрҙән әҙерләнгән төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ас ҡарынға  берәр стакан эсергә.   Таҙарыныу өсөн ике аҙна эсергә кәңәш ителә.     Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ       Автор:Сажиҙә Лотфуллина Сығанаҡ: Йәшлек гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас