

Хургадала Ярославлдән 4 һәм 5 йәшлек балалары менән ял итергә килгән ғаилә оло ҡайғыға тарыған - дүрт йәшлек малай кәртәләнмәгән бассейндан ҡолап үлгән. Был бассейндың үҙенсәлеге шунда: һыу ашып ағып тора, был осһоҙ-ҡырыйһыҙ һыу иллюзияһын барлыҡҡа килтерә. Ғәҙәттә, бындай бассейндар отелдәрҙең өҫкө ҡаттарында урынлаша.
Килгән көндә әсәләре теркәү үтә, ә аталары ҡарамағындағы малайҙар бассейн янына йүгерә. Атайҙары уларҙы янына саҡырғанда 4 йәшлек малай яңылыш текә яғына – бушлыҡҡа табан төшә башлай һәм бер аҙ бассейн ситенә тотоноп торғандан һуң алты метрлыҡ бейеклектән осоп төшә... Аҙаҡ видеояҙманы ҡарағас был фажиғәнең ни бары 20 секунд эсендә булыуы күренә. Атаһының барып етеүе мөмкин булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ныҡ имгәнгән бала дауаханала йән бирә.
Ғаилә ҡунаҡһана хакимиәтен яуаплылыҡҡа тарттырырға уйлай.
Балаларҙы һаҡлайыҡ!