Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Май 2025, 12:31

Аҡса арттырыуға бәйле һынамыштарға ышанаһығыҙмы?

Аҡсаға ҡағылышлы төрлө юрау, ышаныуҙар бик күп. Дөрөҫмө, түгелме, берәүҙәр уны үтәй, икенселәрҙең иҫе лә китмәй. Бер апайҙың һөйләгәндәре әле лә хәтерҙә.  

Аҡса арттырыуға бәйле һынамыштарға ышанаһығыҙмы?Аҡса арттырыуға бәйле һынамыштарға ышанаһығыҙмы?
Аҡса арттырыуға бәйле һынамыштарға ышанаһығыҙмы?

Аҡсаға ҡағылышлы төрлө юрау, ышаныуҙар бик күп. Дөрөҫмө, түгелме, берәүҙәр уны үтәй, икенселәрҙең иҫе лә китмәй. Бер апайҙың һөйләгәндәре әле лә хәтерҙә.

– Танышым ныҡ итеп һорағас, уға ҙур ғына күләмдә, сумманы арттырып ҡайтарыу шарты менән, аҡса биреп торҙом. Улай ярамай икәнлеген белһәм дә, иғтибар итмәнем. Тейешле ваҡытҡа ул күбәйтеп ҡайтарып бирҙе. Ләкин шул аҡсам файҙаға яраманы. Күп тә үтмәне, уйламаған ерҙә өйҙөң ҡыйығын дауыл йолҡоп алып ташлап, көтөлмәгән мәшәҡәттәр килеп сыҡты. Ремонт ҙур сығымдар талап итте. Шуға хәҙер аҡсам булһа ла, кешегә  арттырып ҡайтарыу шарты менән тип биргәнем юҡ”, – тип һөйләне.

Аҡсаға ҡағылышлы юрауҙар күп. “Өйҙә һыҙғырмағыҙ”, “Кисен аҡса бирмәгеҙ ҙә, алмағыҙ ҙа”, “Унитаздың ҡапҡасын ябып ҡуйығыҙ, өйөгөҙҙә крандарығыҙҙан һыу тамып тормаһын”, “Тупһала торһаң, аҡсаң булмай”, “Ҡояш батҡас, иҙән һепермә, аҡсаң булмай”, “Аҡсағыҙҙы өҫтәл япмаһы аҫтына һалығыҙ”, ”Аҡса гөлө үҫтерегеҙ” һәм башҡа бик күп һынамыштар.

Халыҡта йәшәгән ошондай юрауҙарға һеҙ ышанаһығыҙмы? Аҡса ҡағылышлы тағы ниндәй ырым беләһегеҙ? 

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас