

Бөгөн төндә тағы йоҡлай алмай сыҡты Вәлимә. Әллә ҡасан булған ваҡиғалар иҫенә килеп төштө лә...
...Вәли ҡарттың шәп, көслө ваҡыты, мин мин икән, мин кем икән тип, халыҡты ҡурҡытып тотҡан саҡтары булды инде, бахыр, тип йәнә уйҙарына сумды Вәлимә әбей. Ҡайҙандыр ситтән күсеп килгән ҡырыҫ, ныҡ уҫал был ирҙе тәүҙә мәктәпкә директор итеп, аҙағыраҡ ауыл силсәүите рәйесе итеп ҡуйҙылар. Ул ваҡытта Вәлимәнең дә кейәүгә сығып биш балаһы үҫеп килә, тәүге өсәүһе уҡырға йөрөй, ә үҙенең мәктәп буфетында эшләгән сағы. Оҙаҡ көттөрмәй яңы етәксе эштә үҙ ҡағиҙәләрен индерә башланы. Иң беренсе булып ул буфетты тикшереп, үҙенсә етешһеҙлектәр табып, Вәлимәне эштән китергә мәжбүр итте... һәм үҙенең ҡатынын ҡуйҙы. Ауыл халҡы ла ғәжәп итте быға, әммә берәү ҙә яҡлашып һүҙ әйтмәне шул саҡта. Ире лә йомшаҡ кеше ине шул, барып ғауғалашып йөрөмәне: “Ярай, нишләйһең, түрәгә ҡаршы тороп булмай инде”, тигән булды, эсенән янһа ла. Вәлимә үҙе инеп пыр туҙып әрләгән булды-булыуын, әммә бер ни ҡыйрата алманы, уның ҡарауы, ғүмерлеккә дошман булып ҡалды. Ә балаларына шуның ҡоһоро төштө: рус теленән уҡытҡан Вәли Әкрәмович уларҙан үҙенсә үс алдымы, ҡыйырһытырға сәбәп табып ҡына торҙо.
Бер көндө оло малайының дәресенә инәм тип барған Вәлимә, һуңға ҡалғас, ишек төбөндә тапанып тороп ҡала һәм дәрес башынан аҙағына тиклем уҡытыусының кемделер әрләгәненә шаһит була. “Һаман хәреф тә яҙа белмәйһең! Нисек итеп өлкән класҡа килеп еттең һин маҡау” тигән кәмһеткес һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙан да тартынмай уҡытыусы. Кем балаһын шулай кәмһетә икән тип, асҡыс тишегенән күҙ ата: ә унда уның улы башын түбән эйеп баҫып тора! Йөрәге ярыла яҙа әсәнең, башына ут ҡапҡандай була, теҙ-быуындары ҡалтырай. Иҙән йыуыусы ҡатын күреп уны тотоп алмаһа, шул урында аяғын һуҙып йығылып ятыр ине микән? Ҡултыҡлап урамға сығарғас та баҡса рәшәткәһенә йәбешеп оҙаҡ тора, ни эшләргә тип баш вата: дәресен өҙөп инеп үҙен әрләргәме, көтөп тороп аулаҡта һөйләшергәме? Шундай уйҙар башынан үтһә лә, аяҡтары яйлап ҡына өйөнә алып китә. Тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ҡайта ла карауатҡа ятып ҡысҡырып илап ебәрә. Ғәрләнеүҙән дә, улын шул тиклем йәлләүҙән дә...
Ошо иң оло улын саҡ ҙурайтып кеше итеп алдылар бит, шуға уның өсөн үҙәге ныҡ өҙөлә. Шап-шаҡтай сәләмәт бала булып тыуған улы бер ваҡыт сәсрәп ауырып китте. Күҙен дә асып ҡарай алмаған сабый көнө-төнө илап хәлһеҙләнде, хатта имеүҙән баш ҡайҡайтып тартылды. Район үҙәгендә лә, Белорет дауаханаһында ла ятып сыҡтылар, бер ниндәй диагноз ҡуя алманылар. Ә бәпестең хәле мөшкөлләнде генә. Табиптар, беҙ ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек, инде бында ятыуҙан файҙа булмаҫ, тип өмөтһөҙ хәбәр һөйләгәстәре, ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмағайны.
Шулай миңрәүләнеп йөрөгәндә кемдер берәү Ямаш муллаһына күрһәтеп ҡара тип кәңәш бирә. Бик ышанып етмәһә лә, Вәлимә ирен дә күндереп, 21 саҡрымда ятҡан бәләкәй ауылға ат менән юлға сығалар. Юл ниңәлер ауыр үтелә, ат та ҡара тиргә төшә, үҙҙәре лә талсыға, иртә үк сыҡҡан кешеләр кисләтеп кенә килеп инә ул тиклем алыҫта булмаған сит ауылға.
“Һеҙҙе көтөп ултырам. Балаңа бик ҡаты күҙ тейгән бит”, - ти мулла, былар килеп ингәс тә бер ни һорашмаҫтан. Шул ваҡыт әсәнең иҫенә ҡылт итеп килеп төшә магазинға ревизия яһарға килгән ике мәрйәне быларға ашарға индергәндә, шул балаға ҡарап һоҡланып: “Как репка, какой розовенький красивый мальчик”, тигәндәре. Ошо хәлде ул өй хужаһына һөйләй. “Әйттем бит, уларҙың күҙе ныҡ ҡаты була шул. Ярай, һуңламағанһығыҙ. Тағы бер-ике көндән, бәлки, ҡотҡарып та булмаҫ ине”, - ти һәм баланы ҡулына ала мулла. Ниндәйҙер доғаларын оҙаҡ уҡып өшкөрә торғас, үҙе лә хәле бөтөп йығылып китә. Өс көн шунда йәшәп мулланан өшкөртә улын Вәлимә. Ауыл ерендә ни иренә лә эш табыла: хужаларҙың яҡындағы бесәндәрен ташып бирә, үҙе хужабикәгә йорт алдында ваҡ-төйәк эштәрҙә ярҙамлаша. Өсөнсө көнөнә улының маңлайынан тир бөрсөктәре килеп сыға, күҙҙәре асыла башлай. Эй шул ваҡыттағы ҡыуаныуҙары!.. Һүҙ менән дә аңлатырлыҡ түгел! Ауыр йөк өҫтөнән шыуып төшөп киткәндәй тоя үҙен әсә. Мулла уларға өшкөртөлгән тоҙ биреп, улыңды сит күҙҙәрҙән дә, ауыр һүҙҙәрҙән дә һаҡла, киләсәктә бик көслө имсе буласаҡ кеше ул, тип оҙатып ҡала...
Бына шул улын әле килеп мәктәп директоры үҙе ҡыйырһыта икән. “Һинекен гел әрләй ул...” тине бит әле иҙән йыуыусы ла. Хәнифе ул көндә төшөнкө генә ҡайтып инде лә, ашап та тормаҫтан, мал ҡарарға тип сығырға йыйынды. Һәр хәрәкәтен аңдып торған әсә уның ҡулынан алып: “Мәктәптәге хәлең тураһында бер ни һөйләмәйһең икән. Мин барыһын да беләм. Бүтәнсә дәрестә баҫтырып нахаҡҡа әрләйҙәр икән, башыңды эйеп торма, күҙҙәренә тура ҡарап тор, ҡурҡма”, тип аҡыл өйрәткән булды. Хәниф башын баҫып бер аҙ торғас, “Әсәй, иртәгә ата-әсәләр йыйылышы. ...Минең уҡыуымды тикшерәләр”, - тип әйтергә батырсылыҡ итте.
Ул көндәге йыйылыш иҫенә төшкәс, Вәлимә әбей кеткелдәмәй түҙмәне, шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды: балалар тағы уянмаһын, әле ул хәтирәнең осона сыҡмаған бит. Юҡ, был юлы таңға табан ҡаты йоҡлайҙарҙыр, таҡта аша ҡыбырлаусы булманы.
...Ул йылдарҙа уҡыусы балалар һаны күп булды, мәктәп кабинетына һыймағастары, йыйылыштар клубта үтә ине. Был көндө ныҡ ҡәһәтләнеп барҙы әсә, иң тәүге рәткә ултырҙы, улы тураһында һүҙ сығыуын көттө. “Вәлимә, бөгөн улыңа һүҙ тейҙе, етенсегә етеп хәреф тә яҙа белмәй, өйҙә шөғөлләнегеҙ әле...” - тип директорҙың һүҙ башлауы ғына булды ҡыҙарынған, асыуынан йыш-йыш тын алған ҡатын нисек баҫҡанын үҙе лә тойманы. ”Мин үҙегеҙҙән һорайым әле: нисек ул хәреф тә белмәгәс өлкән класҡа тиклем барып еткән? Ниңә өйрәтмәгәндәр? Улымды әрләгәнегеҙҙе тыштан тыңлап торҙом мин. 35 минут буйына баҫтырып ҡуйып. Дәрестә нимәлер өйрәтеүгә ваҡытығыҙ ҙа ҡалманы ахыры. Был шундай уҡытыу алымымы һеҙҙең?.. Һеҙ... Һеҙ... - ныҡ тулҡынланған Вәлимә сағыштырыу эҙләне, ахыры, - Һеҙ уҡытыусы түгел – ә бүре, ә уҡыусыларығыҙ – һарыҡ!..” Бер тынала паузаһыҙ әйтелгән һүҙҙәрҙән зал геү итеп ҡалды ла оҙаҡҡа тынлыҡ урынлашты. Бер кем дә бындай уҡ яман һүҙҙәр ишетермен тип уйламағандыр. Әлбиттә, директор өсөн дә был көтөлмәгәнлек ине: ул берсә ағарҙы, берсә буҙарҙы. Завуч хәлде үҙ контроленә алмаҡсы булып йыйылышты дауам итергә маташты, ә уны тыңлаған кеше юҡ, бөтәһе лә ишеткәненән хайран булып ултыра. Бүтәнсә ҡалыуҙы кәрәк тапмай Вәлимә ҡаты баҫып сығып китте йыйылыштан.
Ә иртәгәһенә ул балаһын уҡырға ебәрмәне. Класс етәксеһе, йәш кенә килен тейешле уҡытыусы, килеп ҡат-ҡат һөйләшеп, өгөтләне... Ошо хәлгә үкендеме берәй тапҡыр Вәлимә? Юҡ, әлбиттә! Бөгөн булһа ла шулай эшләр ине ул. Ә Вәлигә уны ғүмере буйы эҙәрлекләргә, булышырға был тағы бер сәбәп кенә булды. Ҡайҙа эшкә инһә лә, тикшереп бер булды, сәбәбен табып сығарып торҙо, халыҡ араһында абруйын төшөрөргә маташты. Ә Вәлимә, ҡаты буранға ҡаршы торғандай, ҡайҙа эш булһа шунда эшләне, ғәҙел булды, бар хәленсә тырышып, матур йәшәргә тырышты, уны артынан һөйләмәне, әммә күҙенә ҡарап тураһын бәреп әйтә йөрөнө – бер һүҙ менән әйткәндә йәшәү өсөн көрәште. Ә Вәли уның һайын нығыраҡ ҡаныҡты...
Әҫәрҙән өҙөк.
Ә. Ғиззәтуллина.
Фото: Ф.Рәхмәтуллина