Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
16 Май 2025, 18:32

Ямғыр яуа ла яуа...

Икенсе аҙнала ниндәй һауа торошо көтә? Синоптиктар фаразынса,

Ямғыр яуа ла яуа...Ямғыр яуа ла яуа...
Ямғыр яуа ла яуа...

Икенсе аҙнала ниндәй һауа торошо көтә?

Яндекс. Погода сервисы мәғлүмәте буйынса, 19 майҙан 25-енә тиклем йылы, әммә ямғырлы була.

Дүшәмбе, 19 май, төндә +15 градус йылы, көндөҙ +20-гә етә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан.

Шишәмбе, 20 май, йәшенле ямғыр фаразлайҙар. Һауа температураһы төндә +12 градус, көндөҙ +17. Ел көньяҡ-көнбайыштан.

Шаршамбы, 21 май, йәшенле ямғыр күҙаллана. Төндә +11 градус, көндөҙ +16...+19 градус йылы булыуы көтөлә.

Кесаҙна, 22 май, һауа температураһы бер аҙ түбән төшә – төндә +10, көндөҙ +18 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан.

Йома, 23 май, көндөң икенсе яртыһы – яуым-төшөмлө. Һауа температураһы тәүлек әйләнәһенә +12-нән +20 градусҡаса йылыта. Ел көньяҡ- көнбайыштан, көнбайыштан.

Киләһе ял көндәре ямғыр яуа, ти синоптиктар. Шәмбе, 24 май, һәм йәкшәмбе, 25 май, һауа температураһы +14-тән +21 градусҡаса була. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан.

Ф.Рәхмәтуллина фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас