Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
16 Май 2025, 02:34

Ябай тоҙ көсө

Ысын әүлиәләрҙең өшкөрөүе генә ыңғай тәьҫиргә эйә. Бына ошо өшкөрөү тураһында әҙерәк фәнни мәғлүмәт биреп китеү ҙә урынлы булыр.

Ябай тоҙ көсөЯбай тоҙ көсө
Ябай тоҙ көсө

Тыумышы менән Кинйәбулаттан булып, Ҡолғона ауылына килен булып төшөп, шунда ғүмерен үткәргән Факиһа апай үҙенең атаһынан ишеткән бер ваҡиға тураһында һөйләгәйне. Атаһы Сынтимер малай сағында бик сибек, ябыҡ була. Күпме ашаһа ла үҙенә йоҡмай, һәр ваҡыт хәлһеҙлек тойоп, аяҡ өҫтө тигәндәй йоҡомһорап йөрөй. Бик йыш эсенә йәбешеп яфалана. Мифтахетдин мулла ниндәйҙер эш менән Сынтимерҙең атаһына килгән була. Малайҙың хәлен бер ҡарауҙа аңлап, уны урындыҡҡа һалып, күпмелер ваҡыт эсенә баҫҡылап, һыйпап ултырғандан һуң: "Ух, әшәкеләр! Ҡалай күмәктәр үҙҙәре. Хәҙер мин уларҙы..." - тип һөйләнә-һөйләнә бер семтем генә тоҙҙо аҡ сепрәк өҫтөнә һалып, ҡаршыһына тубыҡланып ултырып, бик оҙаҡ ҡына уҡынып, өшкөрөп ултыра. Аҙаҡ Сынтимергә тоҙҙо ҡоролай йотоп, артынан таҙа һыу эсергә ҡуша. Ярты сәғәт тә үтмәй, малайҙың эсе китә башлай һәм шул уҡ ваҡытта унан егерменән артыҡ 10-15 сантиметрҙай эре селәүсен йыуанлығындай тере ҡорттар ҡойолоп төшә. Шунан һуң ул тәүлек самаһы үлек кешеләй йоҡлай. Аҙаҡтан ашауы һәйбәтләнеп, таҙарып, егет рәүешенә керә. Бында Мифтахетдин олатай уға бары өшкөрөп бер семтем генә тоҙ эсерә. Ә бит ул быға тиклем дә ашаған әйберҙәрен тоҙламай ашамағандыр.
Болгарияла ғүмер иткән һуҡыр әүлиә Ванга үҙенә киләсәк кешеләргә һәр ваҡыт бер семтем тоҙ, йә шаҡмаҡ шәкәр алып килергә ҡушҡан. Шуларҙы ҡулында тотоп ултырғандан һуң, килгән кеше тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, йәғни яҙмышын маңлайына яҙылғандағыса һөйләп бирә алған. Бөтәгеҙгә лә билдәле, беҙҙең бөгөнгө кеҫә телефондарыбыҙ энә күҙәүендәй генә булған кремний кристалдарында эшләй. Әммә йөҙәр, меңәр мего, гигобайт мәғлүмәттәрҙе үҙендә һаҡлай һәм тирә-яҡҡа тарата ала. Шул уҡ ваҡытта ябай тоҙ, шәкәр һәм төрлө минералдарҙың кристалдары эргә-тирәһендәге кешеләр, ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттәр туплай ала һәм шул уҡ ваҡытта ул кристалдарға фәҡәт ҙур рухи көскә, әүлиәлеккә эйә булған шәхестәр генә бөтә тереклектәргә, хатта тәбиғәткә тәьҫир итерҙәй күрһәтмәләр, бурыстар, ҡәтғи үтәлергә тейешле бойороҡтар индерә, яҙа алған.
Әлеге осраҡта Мифтахетдин олатай Сынтимергә эсергән бер семтем тоҙға эсәк ҡорттарына зыян килтерер, хәлһеҙләндерер һәм эсәк эшмәкәрлеген тиҙләтер көс, йәғни бойороҡ индерә алған. Һуңғы йылдарҙа донъя ғалимдары Ер шарының теүәл йомро түгел, ә ваҡ ҡына ҡырҙары булған кристалл рәүешендә икәнлеген иҫбатланы. Шуға ла Ер шары үҙендә үткәндәр һәм киләсәк тураһындағы мәғлүмәттәр һаҡлай, бөтөн ғаләм киңлеге менән дә мәғлүмәти бәйләнештә тора. Былар тураһында фәҡәт Бөйөк ғаләм аҡылы, йәғни Хоҙай Тәғәләбеҙ үҙе һайлап алып, әүлиәлек көсөн күндергән айырым шәхестәр генә һиҙә һәм күрәҙәлек ҡыла ала. Шулай булмаһа, яңы ғына донъяға килгән тәүге ейәне Фәтхрахманды ҡулына алғас: - Эй, улым, Ватан һуғышына ҡаршы тыуҙың. Ғүмерең генә оҙон булһын ине лә, - тип, күҙҙәре йәшкәҙәп әйтә алмаҫ ине (ул 1943 йылда фронтта хәбәрһеҙ юғала).

Рәдис ДУСАЛИН,
Ишембай районы Маҡар ауылы участка дауаханаһы табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, һәүәҫкәр тарихсы, шағир.

Сығанаҡ: Шоңҡар журналы

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас