

Өфө районында йәшәгән 37 йәшлек ҡатын үҙ ҡыҙын үлтерергә маташҡайны. Бының өсөн суд уны туғыҙ йылға колонияға ебәрергә хәл итте. Хөкөм ҡарарын Башҡортостандың район суды иғлан итте.
Йәш әсә былтыр октябрҙән туҡтауһыҙ эсә һәм өс айлыҡ сабыйын тәрбиәләүгә бөтөнләй ҡул һелтәй. Эскән килеш даими рәүештә низағтар ойоштора һәм баланы биш ҡатлы йорттоң тәҙрәһенән ырғытыу менән янай.
2025 йылдың ғинуарында ҡатын һүҙҙән эшкә күсә: сабыйҙың йөҙөн мендәр менән ҡаплай һәм ул тонсоҡҡансы тотоп тора. Ваҡытында өйгә ҡайтып ингән өләсәһе генә ҡыҙҙы үлемдән ҡотҡара. Пенсионер ҡатын аңын юғалтҡан ейәнсәренә тәүге ярҙамды күрһәтеп өлгөрә.
Судта йәш әсә, "әсә" тип әйтеп булһа уны, ғәйебен тулыһынса таный. Хәҙер ул туғыҙ йыл ғүмерен дөйөм режимлы колонияла үткәрәсәк, ә азат ителгәндән һуң тағы бер йыл сикләүҙәр аҫтында буласаҡ.
Суд сабыйҙы уның ғүмерен ҡотҡарған өләсәһенә тәрбиәгә биргән.
Фото: Суд матбуғат хеҙмәте.