Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
16 Мая 2025, 18:57

Ришат Төхвәтуллин улын икенсе тапҡыр сөннәткә ултыртҡан

Беренсеһенән сабыйҙың һаулығына зыян килгән.    

Ришат Төхвәтуллин улын икенсе тапҡыр сөннәткә ултыртҡанРишат Төхвәтуллин улын икенсе тапҡыр сөннәткә ултыртҡан
Ришат Төхвәтуллин улын икенсе тапҡыр сөннәткә ултыртҡан

Беренсеһенән сабыйҙың һаулығына зыян килгән.

 

Ижади ғаилә – Әлиә Һәм Ришат Төхвәтуллиндар улдары Әлимде икенсе тапҡыр сөннәткә ултыртырға мәжбүр булған. Әлим менән барыһы ла яҡшы, сабый наркоздан сыҡҡан.

Ришат Төхвәтуллин малайҙары тыуған барлыҡ атай-әсәйҙәргә лә баланы бары тик 1 йәше тулғас һәм дауахана шарттарында сөннәтләргә кәңәш итә, ул үҙҙәренең уңышһыҙ тәжрибәһе хаҡында һөйләй.

– Балаға сөннәтте 1 йәше тулғас ҡына яһағыҙ. Беҙҙең Әлимгә барыһы ла тыуыу менән яһарға ҡуштылар. Таныш булған, яҡшы белгән кешенән өйҙә яһатҡан инек. Әммә Әлимдең «спайка»лары килеп сыҡты. Уларҙы алыр өсөн икенсе тапҡыр сөннәткә ултыртырға тура килде.

Иң яҡшыһы: баштан уҡ, 1 йәше тулғас ҡына, дөрөҫ итеп дауаханала яһатырға икән, – ти йырсы.

Автор:Гөлнара Солтанова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас