

Отпускыға үҙең менән аптечка алыу зарур. Ниндәй дарыуҙар алырға кәрәклеге хаҡында Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре аңлата.
Һәр ваҡыт кәрәкле дарыуҙар:
- ауыртыуҙы баҫыусы һәм температура төшөрөүсе;
- аллергияға ҡаршы препараттар. Антигистаминдарҙың икенсе быуынға ҡарағанын һайлағыҙ – улар хәүефһеҙерәк тип һанала һәм тиҙерәк тәьҫир итә;
- һалҡын тейеүҙән һәм киҙеүҙән дарыуҙар: танауға һалыу өсөн тамсылар, спрейҙар һәм тамаҡты дауалаусы һурғыс кәнфиттәр;
- ағыуланыуҙан һәм аш һеңдереүсе препараттар: сорбенттар токсиндарҙы сығарырға ярҙам итә, ферменттар ризыҡты яҡшыраҡ үҙләштереү өсөн кәрәк;
- антисептиктар һәм яра бәйләү өсөн материалдар: йод йәки зеленка, пластырь, бинт;
- имгәнгәндә кәрәк буласаҡ препараттар: ауыртыуҙы баҫыусы май, йәрәхәткә һөртөү өсөн гель;
- медицина приборҙары: термометр, ҡан баҫымын үлсәү өсөн тонометр, яҡындарығыҙҙың берәйһе диабет менән ауырыһа – глюкометр.
Өҫтәмә кәңәштәр:
- шәхсән үҙегеҙ ҡулланған дарыуҙы онотмағыҙ – даими рәүештә ниндәйҙер препараттар ҡабул итәһегеҙ икән, уларҙы мотлаҡ үҙегеҙ менән алығыҙ.
- Сәфәр алдынан дарыуҙарҙың ҡулланыу ваҡытын тикшерегеҙ.
- Барырға йыйынған төбәк үҙенсәлектәрен иҫәпкә алығыҙ. Пляжда ял иткәндә – ҡояш нурҙарына ҡаршы крем, урманда бөжәктәргә ҡаршы дарыуҙар кәрәк. Серпантин буйлап сәйәхәт иткәндә, диңгеҙ сиренә бирешмәһәгеҙ ҙә, күңел болғаныуға ҡаршы дарыуҙар алығыҙ.
- Һөйәк һыныу һәм башҡа төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләре менән танышығыҙ.
- Сит илгә йыйынһағыҙ, страховка юллағыҙ. Табипҡа мөрәжәғәт итергә тура килһә, страховка кәрәгәсәк.
- Рәсәйҙә ял итһәгеҙ, Мотлаҡ медицина полисығыҙ булһа, ниндәй төбәктә лә медицина ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ.
Дарыуҙарҙы табип тәғәйенләмәйенсә ҡабул итмәгеҙ – мөмкинлек булғанда белгескә мөрәжәғәт итегеҙ.
Ф.Рәхмәтуллина фотоһы.