Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
15 Мая 2025, 16:32

Баҫмаларҙың сифаты яҡшырҙы

Иң-иңдәр эштә кәрәкле бүләктәр алды.

Баҫмаларҙың сифаты яҡшырҙыБаҫмаларҙың сифаты яҡшырҙы
Баҫмаларҙың сифаты яҡшырҙы

Башҡортостанда “Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт” проекты тормошҡа ашырыла. Унда эш башлап торған йәш хәбәрселәр генә түгел, ә профессионал журналистар ҙа ҡатнашты һәм бик ҙур тәжрибә тупланы.

Йыл дауамында “Оҫтахана” эксперттары республика райондарына барып, өйрәтеүсе семинарҙар үткәргән һәм урындағы редакцияларға баҫмаларын камиллаштырырға ярҙам иткән. Проект эксперттары араһында – медиаиндустрияның алдынғы белгестәре. Урындарҙа журналистар менән контент-эксперттар һәм медиатренерҙар Станислав Шахов, Зөһрә Сәйетҡолова, Әлфиә Байбурина, шулай уҡ фотография өлкәһендә профессионалдар Александр Данилов, Айрат Нурмөхәмәтов, Динар Кәлимуллин, Алексей Тулинов эшләгән. Проектҡа федераль эксперттар ҙа ҡушылған: Рәсәй Журналистар союзы секретары Владимир Касютин һәм гәзит дизайны буйынса билдәле белгес Сергей Мешавкин. Улар район баҫмаларын онлайн тикшергән һәм практик тәҡдимдәр биргән.

Сараның һуңғы этабында район киң мәғлүмәт саралары араһында конкурс ойошторолған. Йыл дауамында журналистарҙы уҡытҡан эксперттар конкурс эштәрен анализлаған, редакцияларҙың был белемде ғәмәлдә нисек файҙаланыуын баһалаған һәм еңеүселәрҙе билдәләгән.

Бөгөн уларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Еңеүселәрҙе Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Елена Арямнова, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Рәсүл Сәфәрғәлиев һәм башҡа эксперттар тәбрикләне. Төрлө номинациялар буйынса еңгән редакциялар ҡиммәтле бүләктәр: ноутбуктар, һуңғы модель смартфондар һәм фотоаппараттар алды. Был техника уларға эштә ярҙам итәсәк: урында мәҡәлә яҙырға, интервьюлар алырға һәм сифатлы фотолар төшөрөргә. Бүләктәрҙе Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды ярҙамында алғандар.

Ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар проектты юғары баһаланы. Уның һөҙөмтәһендә урындағы редакциялар ҙур үҙгәреш кисергән: берәүҙәр гәзиттәренең дизайнын яңыртҡан, икенселәр социаль селтәрҙә әүҙемерәк эшләй башлаған, өсөнсөләрҙең сайттағы контенты яҡшырған. Шуға күрә проектты артабан да дауам итеү буйынса пландар бар.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас