Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
15 Май 2025, 16:22

Айыҡ ауыл - илебеҙгә терәк

Мәртәбәле конкурста кемдәр еңеү яуланы?    

Айыҡ ауыл - илебеҙгә терәкАйыҡ ауыл - илебеҙгә терәк
Айыҡ ауыл - илебеҙгә терәк

Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 2024/25 йылғы “Айыҡ ауыл” республика конкурсын йомғаҡлау тантанаһы булды, туғыҙ ай дауамында барған ярыштың еңеүселәре асыҡланды.

Билдәле булыуынса, төбәгебеҙҙә “Айыҡ ауыл” 2011 йылдан алып үткәрелә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ул 2019 йылда ҡабат тергеҙелде, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, приз фонды ун тапҡырға арттырылды.

Алты йыл эсендә конкурста 3000-дән ашыу ауыл, 120 меңгә яҡын әүҙемсе һәм 5000-дән күберәк ирекмән ҡатнашҡан. 2024 йылда “Айыҡ ауыл” республика проекты Стратегик башланғыстар агентлығы (АСИ) ойошторған “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумының “Халыҡтың йәшәү сифаты” йүнәлеше буйынса тәүге 1000 идеяһы исемлегенә инде.

Быйылғы конкурстың муниципаль этабында – 1029, республика кимәлендә 53 ауыл көс һынашты. Бөгөнгө йомғаҡлау сараһында дүрт номинацияла өсәр еңеүсе билдәләнде. Улар:

  1. “Эре тораҡ пункттар” номинацияһында:

    I урын – Балаҡатай районы, Билән ауылы;
    II урын – Ауырғазы районы, Исмәғил ауылы;
    III урын – Ҡариҙел районы, Абыҙ ауылы.
  2. “Ҙур тораҡ пункттар” номинацияһында:

    I урын – Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы;
    II урын – Күгәрсен районы, Тәүәкән ауылы;
    III урын – Бөрйән районы, Ырғыҙлы ауылы.

    3. “Урта тораҡ пункттар” номинацияһында:

    I урын – Асҡын районы, Әмир ауылы;
    II урын – Благовар районы, Яныш ауылы;
    III урын – Стәрлетамаҡ районы, Айыусы ауылы.

    4. “Бәләкәй тораҡ пункттар” номинацияһында:

    I урын – Ейәнсура районы, Кинйәбулат ауылы;
    II урын – Борай районы, Алтайыу ауылы;
    III урын – Туймазы районы, Бәйрәкәтүбә ауылы.

– “Айыҡ ауыл”, ысынлап та, иң халыҡсан проекттарыбыҙҙың береһе. Уның йомғаҡлау сараһының быйыл Ғаилә көнөнә тура килеүе лә юҡтан түгелдер: беҙ тәү сиратта халҡыбыҙҙың тотҡаһы булған ғаиләләрҙе, киләсәгебеҙҙең именлеген хәстәрләйбеҙ, – тине тантаналағы сығышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова. – Ошо уртаҡ маҡсатты тормошҡа ашырырға ярҙам иткән, конкурста әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ райондар халҡына, ватандаштарыбыҙға ҙур рәхмәт! Айыҡ ауылдар – илебеҙҙең ныҡлығы нигеҙе.

Конкурсты йомғаҡлау тантанаһы барышында әүҙемселәр ҙә бүләкләнде. Улар араһында “Башҡортостан” гәзите редакцияһының хаттар бүлеге мөдире Резеда Шәңгәрәева ла бар. Уға республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Шулай уҡ әүҙемселәрҙе бүләкләү тантанаһында “Башҡортостан” гәзите редакцияһы баш мөхәррире, республиканың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов баҫмабыҙ тарафынан уҙғарылған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында еңеү яулаған Илвир Сәйфуллинға (Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы) “Башҡортостан” гәзитенең дипломын һәм “Йәйғор” шифаханаһына ун көнлөк юллама тапшырҙы.

Еңеүселәрҙең, бүләкләнгәндәрҙең, конкурста ҡатнашҡандарҙың барыһын да ҡотлайбыҙ, артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Дилбәр Ишморатова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас