

Балалар фаст-фуд, айырыуса фри картуфын ярата. Уның зыянлы икәнлеген белһәк тә, күптәр балаларына ашата. Еңеү көнөндә был аҙыҡты ашау өс йәшлек баланың үлеменә килтергән.
Хәл 9 майҙа Ленинград өлкәһенең Лодейное поле ҡалаһында булған. Байрамдан һуң бала атаһы менән урындағы кафеларҙың береһенә инә. Сабый фри картуфы ашай һәм уға ҡыйын була. Кис көнө бала ҡоҫа, эсе китә башлай, ә тән температураһы 40 градусҡа тиклем күтәрелә. Төндә әсәһе “Ашығыс ярҙам” саҡырта, тик дауаханаға барыуҙан баш тарта, сөнки өйҙә тағы бер бәләкәй сабыйҙары була.
10 майҙа көндөҙ әсәй кеше йәнә табиптар саҡырта. Был юлы ҡыҙҙы дауаханаға алып китәләр, һуңынан өлкә дауаханаһына оҙаталар. Хәле үтә насар булғас ҡыҙҙы Петербургка Филатов исемендәге дауаханаға алып барырға ҡарар итәләр. Бының өсөн санавиация саҡыртылар, ләкин ул килеп еткәнсе баланың йөрәге туҡтай. Табиптар 45 минут буйы реанимация саралары башҡара, ләкин ҡотҡара алмайҙар.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала картуф менән ағыуланған. Әле кафе ябылған. Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Балаларҙы һаҡлайыҡ!