Башҡортостан Республикаһында ағастар ултыртыуҙа “Башнефть-Добыча” компанияһы хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Был «Экологик именлек» милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә, тип хәбәр иттеләр төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.
Нефтекамала компания хеҙмәткәрҙәре республикала һирәк осрай торған “Скарлет” декоратив алма ағастары ултыртты. Ландшафт дизайнерҙары фекеренсә, был ағас үҙенең сағыулығы һәм матурлығы буйынса япон сакураһынан ҡалышмай. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан нефтселәр ҡалала тағы ла 100 эре ҡарағай ултыртасаҡ. Шулай итеп, Нефтекамала тәүге тапҡыр “80” һаны формаһында геоглиф барлыҡҡа киләсәк.
Шулай уҡ предприятие хеҙмәткәрҙәре Нефтекамала тағы ла йөҙ тирәк ултыртасаҡ. Ағастар Магистраль урамын биҙәйәсәк. Ваҡыт үтеү менән үҫеп еткән тирәктәр Машиналар эшләү колледжы һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалдарын сәнәғәт бысрағынан һаҡлаясаҡ, атмосфера һауаһын тәбиғи һәм интенсив таҙартыу өсөн кәртә булдырасаҡ. Бынан тыш, “Асылыкүл” тәбиғәт паркында Хәтер баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк, ә Асылыкүл буйында 24 мең ҡарағай үҫентеһе тамыр йәйәсәк. Был йәшелләндереү эштәрендә “Башнефть-Добычи” хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ.
“Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә.
Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Автор: https://contenta.info/press_releases/992141#scroll
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите