

Тормошта был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуын Украинала барған махсус хәрби операцияға юлланыусы ир-егеттәребеҙ үҙ өлгөһөндә күрһәтә.
“Гиз” позывнойлы яҡташыбыҙ 1981 йылда районыбыҙҙың матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан йәмле тәбиғәтле Үтәгән ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫеп буй еткерә. Урындағы мәктәпте тамамлағас та, ауыл фермаһында мал ҡараусы булып хеҙмәт юлын башлай һәм оҙаҡ йылдар шунда эшләй. Һуңғы йылдарҙа Себер тарафтарында вахта ысулы менән хеҙмәт итә. Өйләнгән, тормош иптәше менән өс ул үҫтерәләр. Улар ҙа аталары кеүек илебеҙҙең батыр улдары булып үҫерҙәр, тип ышанабыҙ.
“Гиз” позывнойлы яҡташыбыҙ 2024 йылдың июль аҙағында үҙ теләге менән Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм Украинаға юллана. Операция биләмәһенә килгәс, хәрби әҙерлекте Екатеринбург ҡалаһында үтә. Һалдат булараҡ тәжрибә туплағандан һуң, алғы һыҙыҡҡа эләгә. 6-сы танк полкының штурмлау отрядында штурмлаусы булып хеҙмәт итә. Иптәштәре менән бергә Авдеевка биләмәһендә хәрби заданиены үтәгәндә ҡаты һынауға эләгә һәм яралана. Батыр йөрәкле яугирҙең ҡыйыулығын хәрби частә онотмайҙар, уны «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлайҙар. “Гиз” әлеге көндә Сыбаркүл ҡалаһындағы хәрби часта.
Һәр яугир кеүек “Гиз” да күп һөйләргә яратмай. Шулай ҙа ул еңеүҙең мотлаҡ беҙҙең яҡта буласағына ныҡлы ышана.
- Оҙаҡ хеҙмәт иткән яугирҙәрҙән хәрби хәрәкәттәр шарттарында йәшәү ысулдарына, беренсе ярҙам сараларына, төрлө ҡорал менән эш итеүгә һәм башҡа күп нимәгә өйрәндек. Яуҙаш егеттәр менән иңгә-иң терәп, дуҫ булып йәшәйбеҙ, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә туғанлашып бөттөк. Башҡортостандың төрлө райондарынан - Өфө, Ишембай һәм башҡа район егеттәре менән бергә хеҙмәт итәбеҙ. Гуманитар ярҙам килеп тора. Тыуған яҡ сәләме күңелде йылыта, өҫтәмә көс бирә. Яҡындар менән дә мөмкинселек сыҡҡан арала аралашып торабыҙ. Еңеү менән тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтырыбыҙға ышанам, - ти яугир.
Ҡаһарман яугирҙәребеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм барығыҙҙың да имен-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Башҡортостанда контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 2 миллион һумға тиклем арттырҙылар. Шулай итеп, хеҙмәттең беренсе йылында һәр контрактсы кәм тигәндә 4 520 000 һум аласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, барлыҡ контрактсыларға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан артыҡ ташлама ҡаралған, улар араһында – шифаханаларға түләүһеҙ юлламалар, фатир һатып алыуға 500 мең һум ташлама, балалар өсөн түләүһеҙ белем алыу, транспорт һалымын түләүҙән азат итеү һәм башҡалар.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.