

Өфөлә йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү дауам итә – Черниковка, Дим, Сипайлово, Затон һәм Инорс биҫтәлендә урынлашҡан парктарға яңы тормош өрөлгән дә инде. 12 майҙан өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан ял итеү урындарының береһендә – Ленин исемендәге паркта эштәр башлана, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтендә.
Ошо ваҡыттан алып ул тулыһынса ябыла. Иҫке асфальт япманы алмаштырырға, инженер системаларын, юлдарҙы яңыртырға һәм фонтандарҙы реконструкцияларға кәрәк. Хәүефһеҙ мөхит булдырыу өсөн биләмәлә өҫтәмә яҡтыртыу барлыҡҡа киләсәк. Һәйкәлдәр һәм мемориаль объекттар һаҡланасаҡ.
Парк биләмәһе “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә яңыртыласаҡ. Саралар федераль, төбәк һәм урындағы бюджет, шулай уҡ “Һаҡлыҡ Банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте аҡсаһына башҡарыласаҡ.
Фото: "Башинформ".