

Белорет эшҡыуары, икмәк бешереү бизнесы хужаһы Дарья Челишева бизнесын үҫтереү өсөн матди ярҙам алды. Башҡорт микрокредит компанияһы биргән 5 миллион һумлыҡ кредит арҡаһында ул әйләнештәге капиталды тулыландыра, етештереү өсөн кәрәкле сеймал һатып ала ала.
Был турала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Ярҙам итеү “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
— Башҡорт микрокредит компанияһынан алынған кредиттар әйләнештәге капиталды тулыландырыуҙан тыш, эшҡыуарҙарға етештереүҙе яңыртыу, яңы технологиялар индереү, эш урындары булдырыу мөмкинлеген бирә.
Эшҡыуарлыҡҡа ынтылыусыларға ярҙам итеүгә айырым иғтибар бирелә. Дәүләт ярҙамы уларға кәрәкле башланғыс капиталды алырға һәм бизнесты үҫтереүҙең башланғыс этабында күп хаталарҙан ҡотолорға мөмкинлек бирә, тип билдәләне Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Республика эшҡыуарҙары Башҡорт микрокредит компанияһынан йылына 4,5 проценттан башлап, алты айҙан өс йылға тиклемге осорҙа льготалы ставкалар буйынса арзан финанслау ала ала.
Кредит күләме бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн 100 меңдән 5 миллион һумға тиклем, үҙмәшғүлдәр өсөн 100 меңдән 500 мең һумға тиклем төрлөсә.
— Мин үҙемдең эшемде 2018 йылда астым, шул ваҡыттан алып икмәкханаға, магазиндарға 20 миллион һум самаһы аҡса һалынды.
Беҙҙең тиҙ арала һатыу күләмен арттырыу һәм яңы баҙарҙарға сығыу планы бар. Дәүләт ярҙамы үҫешергә мөмкинлек бирҙе, - ти Дарья Челишева.
Был эштәрҙең барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары һәм “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәренә тормошҡа ашырыла.
Фото: gtrk.tv